Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Сәләмәт булайыҡ
12 Май 2021, 15:45
Стоматология ойошмалары артҡан
2021 йылда Башҡортостанда 17 яңы шәхси стоматология ойошмаһы эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн лицензия алған.
2021 йылда Башҡортостанда 17 яңы шәхси стоматология ойошмаһы эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн лицензия алған.
Дөйөм алғанда, стоматологик профиль буйынса быйыл 39 ойошма лицензиялы булған, уларҙың унауһы дәүләткә ҡарай, 29-ҙы – шәхси ойошма. Уларҙың 17-һе яңы асылған, лицензияны тәүгә юллаған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова әйтеүенсә, республиканың алыҫ райондарында медицина ярҙамы алыу өсөн шарттар булдырыу - мөһим бурыс.
Төбәктә бизнесҡа уңайлы мөхит булдырыу һәм медицина ойошмаларын лицензиялау ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн әүҙем эштәр алып барыла. 2021 йыл башына төбәктә стоматология профилле 763 ойошма булған, уларҙың 123-сө дәүләткә ҡарай һәм 640-ы – шәхси хужаларҙыҡы. Әлеге ваҡытта ойошмалар һаны 802-гә еткән (133-сө дәүләткә ҡарай һәм 669-ғы шәхси ҡулдарҙа).
Былтырғы ошо уҡ ваҡыттағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, биш процентҡа лицензиялар күберәк бирелгән.
Яңы стоматология ойошмаларының күбеһе Нефтекама, Ишембай, Салауат, Белорет, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Өфө, Иглин, Дыуан, Ейәнсура райондарында урынлашҡан. Был урындағы халыҡ өсөн заманса медицина хеҙмәтләндереүе мөмкинлектәрен бирә.
Лицензия юллау эше, законға ярашлы, 19 – 30 эш көнөндә башҡарыла. Әйткәндәй, лицензия биреү тиҙлеге менән бергә, уларҙы әҙерләгән белгестәрҙең һөнәри оҫталығы ла арттырылған.
Унан тыш, лицензия биреү йәһәтенән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән аңлатмалар ҙа (уларҙы ведомствоның үҙендә лә алып була,
https://health.bashkortostan.ru/activity/1259/
һылтанмаһы буйынса сайтта ла бар) был процесты еңеләйтә.
Фото: drkukis.co.il
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"