Иртәгә - Ураҙа байрамы. Күптәр ял итһә лә, 13 майҙа дауаханалар һәм поликлиникалар шәмбе графигы буйынса эшләйәсәк. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Өҫтәүенә прививка һәм вакцинация пункттары элекке эш режимында, ғәҙәттәгесә эшләйәсәк. Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, мәҫәлән, кемгәлер прививканың икенсе компонентын алырға кәрәкһә, сикләүҙәр булмаясаҡ. Медицина учреждениеларында дежур табиптар эшләйәсәк.
Республикабыҙҙа вакцина яһатыу, һаулығыбыҙҙы хәстәрләү өсөн мөмкинлек булыуы һөйөнөслө. Бары унан ваҡытында файҙаланырға кәрәк. Беҙҙең илгә коронавирустан прививка яһатыу өсөн хатта Бундестаг депутаттары килгәндә, был мөмкинлектән баш тартыу бөгөн аҡылһыҙлыҡ булыр.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.