Сәләмәт булайыҡ
12 Май 2021, 13:00

“Яраларҙы бәйләгәндә йылы һүҙ ҡушам...”

"Ҡайһы саҡта шундай ауыр хәлдәге пациенттар осрай. Әңгәмәгә әүрәтеп ауыртыуҙарын һиҙҙертмәҫкә тырышам..."

Бөгөн бөтә донъяла шәфҡәт туташы көнө билдәләнә. Был һүҙ юҡҡа ғына шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек менән бәйле түгел: ошо һөнәр эйәләре кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләүҙә, һаулығын һәм ғүмерен ҡотҡарыуҙа иң төп ролдәрҙең береһен уйнай.
Иҫтәлекле көндөң тарихы ла бар. Ул данлыҡлы инглиз шәфҡәт туташы Флоренс Найтингейлдың тыуған көнөндә билдәләнә. Был ханым тарихта тәүге тапҡыр шәфҡәт туташтары йәмғиәтен ойошторған. 1853 — 1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы осоронда ул көн һайын тиҫтәләгән кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарған.
Ул саҡта йәмғиәткә инглиз шәфҡәт туташтары ғына түгел, хеҙмәткә үҙ теләге менән киткән рус монахинялары ла ҡушылған. Улар араһында сығыштары юғары ханымдарҙы ла осратырға мөмкин булған. Мәҫәлән, император Николай икенсенең ҡатынын ғына алайыҡ.
Байрамға 150 йылдан ашыу булһа ла, уны рәсми билдәләү хаҡындағы ҡарар ни бары 1974 йылда ҡабул ителгән. Быға 141 илдең шәфҡәт туташтарының һөнәри берләшмәгә – Шәфҡәт туташтарының халыҡ-ара советына тупланыуы булышлыҡ иткән.
Эйе, был һөнәрҙең нигеҙендә тәүге сиратта, мәрхәмәтлелек, түҙемлелек һәм сабырлыҡ кеүек сифаттар ята. Шәфҡәт туташы һөнәре – айырым фән һәм профессия ул. Әммә тәүге сиратта был өлкәлә эшләгән һәр белгес сирлеләрҙе хәстәрләй, дауалай, тәрбиәләй белергә тейеш.
Һөнәри сифаттарҙан һуң, миһырбанлы күңел, битараф булмаған йөрәк тә кәрәк: юҡһа, тормошта төрлө хәлгә тарыған, ауырып киткән төрлө йәштәге төрлө кешеләргә улар нисек ярҙам күрһәтһен?
Баш ҡаланың “Ашығыс ярҙам” клиник дауаханаһында өс тиҫтә йылға яҡын шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙы Хәйретдинова ла пациенттарға ҡайһы саҡта дарыуҙан бигерәк, йыл һүҙ, матур ҡараш, уларҙы тыңлай һәм йәлләй белеү мөһим, тип белдерә.
Ул Күгәрсен районынының Аҙнағол ауылында, ете балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. 1985 йылда, туғыҙынсы класты тамамлағас, Өфөгә килгән, 1-се медицина училищеһында белем алған.
– Хеҙмәт юлын баш ҡаланың 6-сы дауаханаһында башланым. Унда тәжрибә туплағас, 1993 йылда “Ашығыс ярҙам” дауаханаһына күстем. Ошо көндән алып утыҙ йылға яҡын учреждениеның травматология бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләйем. Шул тиклем коллектив татыу, хеҙәттәштәремдең һәр ҡайһыһы һөнәрен белеп, оло яуаплылыҡ менән башҡара. Бүлек мөдире Ринат Нурлығаян улы Рәхмәтуллинға рәхмәт: барыбыҙҙы бер бөтөн итеп, эште ойоштора белә, һәр саҡ ҡурсалап, йүнәлеш биреп тора, – ти Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙы.
“Ашығыс ярҙам” дауаханаһында эшләү үҙе үк ҡаһарманлыҡҡа тиң: бында тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында төрлө хәлгә тарыған пациенттарҙы килтерәләр, ауыр йәрәхәт-яра алғандар тура травмотология бүлегенә эләгә. Ошондай урында шәфҡәт туташы булып эшләү еңелдән түгел: яраларҙы йыуыу-бәйләү, пациенттың хәлен яҡшыртыу өсөн төрлө медицина саралары күреү өсөн таҫыллыҡ та, ҡыйыулыҡ та, һөнәри оҫталыҡ та кәрәк.
Гөлдәр ханым һөнәренә зарланмай, киреһенсә, йылдан-йыл, тәжрибә туплаған һайын, ни тиклем эшкә ашҡынып барғанын, кешеләргә ярҙам итә алыуы менән үҙен бәхетлерәк тойоуын, билдәләй.
– Ҡайһы саҡта шундай ауыр хәлдәге пациенттар осрай. Йәш саҡта, әлбиттә, ундай хәлдәрҙе йөрәк аша үткәрә, бик көйә инем. Хәҙер иһә эшемә һөнәри йәһәттән тынысыраҡ бағам: уларға минең ярҙамым, хәстәрем кәрәк бит. Шуға ла яраларҙы бәйләгәндә йыл һүҙ ҡушырға, әңгәмәгә әүрәтеп ауыртыуҙарын һиҙҙертмәҫкә тырышам. Сирле кеше өсөн яҡшы мөғәмәлә үтә мөһим. Дауахананан сыҡҡанда кешеләр миңә рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен әйтеп китә икән, тимәк, башҡарған эшем әһәмиәтле, кәрәкле, ғүмеремдең был көнө лә бушҡа үтмәгән, тигән һүҙ, – ти тәжрибәле шәфҡәт туташы.
Әйткәндәй, пандемия осоронда Гөлдәр Хәйретдинова “ҡыҙыл зона”ла эшләгән, ә бүлектәр ҡәҙимге эш режимына күскәс, обсервация бүлегендә хеҙмәт иткән. “Мине таныштарым ҡайһы саҡта “сабыш аты” тип атай, быға һис тә үпкәләмәйем. Янып эшләргә, янып йәшәргә кәрәк, минеңсә. Тормош йәме – хәрәкәттә”, – үҙе хаҡында әйткән һүҙҙәре геройымдың образын тулыһынса аса кеүек.
Әйткәндәй Гөлдәр Хәйретдинованың ҡыҙы Алина ла әсәһе юлын һайлаған, ул да – шәфҡәт туташы, шәхси клиникала эшләй. Шуға ла әсә менән ҡыҙҙың һөйләшер һүҙҙәре күп, улар серҙәш, хеҙмәттәш, фекерҙәш тә.
Эш араһындағы ялдарҙы Гөлдәр ханым ғаиләһе янында, бәпләп-яратып ҡорған донъяһында үткәрергә ярата. Ҡала эсендә тип тормай, ире Рифҡәт Мәхмүт улы менән йыл һайын ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр икән.
– Шартына еткереп, ҡаҙ өмәләре ойошторам хатта. Хужалығымдағы, баҡсамдағы эштәр миңә ял бирә, ваҡытты рәхәтләнеп яҡындарым менән бергә үткәрәм, – ти ул.
...Кешелеклелек – шәфҡәт туташының төп ҡоралы тип иҫәпләгән Гөлдәр Хәйретдинованың дүртенсе класта уҡыған ейәнсәре Йәмилә лә бала саҡтан табип булам, тип хыяллана. Эргәһендә эшен мөккибән яратҡан, уңған яҡындары булғанда, был хыял да тормошҡа ашыр, тип ышанам.
Фото геройҙың шәхси архивынан.
Читайте нас