Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, колледждарға, өҫтәмә белем биреү ойошмаларына санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, ойошторолған балалар төркөмдәренә Башҡортостан биләмәһенә һәм унан ситкә ял итеү, һауығыу маҡсатында инергә һәм сығырға рөхсәт ителә.
Белем биреү учреждениелары объект эсе режимын булдырырға тейеш.
Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе, ата-әсәнән тыш башҡаларҙы индереүҙе сикләүҙе тәьмин итергә кәрәк.
Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә үткәрелгән кисәләргә (иртәлектәр, һуңғы ҡыңғырауҙар) ата-әсәләр паспорттары йәки шәхесен раҫлаған башҡа документтары, балаһының тыуыу тураһындағы таныҡлығы (паспорты) һәм түбәндәге документтарҙың береһе булғанда ғына индерелә:
- дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең Берҙәм порталы аша электрон төрҙә йәки ҡағыҙға баҫылған COVID-19-ға ҡаршы вакцинация үтеү сертификаты;
- медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеүе, шул иҫәптән беренсе компонент менән, тураһында белешмәһе;
- COVID-19-ға ике берәмектән күберәк антиесем титрҙары булыуы тураһындағы медицина белешмәһе, ул кисәгә тиклем бер ай эсендә бирелгән булырға тейеш;
- COVID-19-ҙан вакцинация эшләтеү өсөн ҡаршылыҡтар булыуы тураһында медицина белешмәһе.
Етди рәүештә санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, Башҡортостанда стационар тибындағы балаларҙың палатка лагерҙары эшләй ала.
Шулай уҡ коронавирус таралыу шарттарында мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында запас инеү урындарын файҙаланыу тәртибе ғәмәлдән сыға.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.