Коронавирус сиренән һауыҡҡандан һуң кешене яфалаған депрессия – бөгөн ғалимдарҙың, табиптарҙың һәм ауырыуҙарҙың иғтибар үҙәгендә. Сирҙе үткәргән ҡайһы берәүҙәр битарафлыҡ, ҡурҡыу, хәүефләнеү тойғоларының көсәйеүенә, йоҡоһоҙлоҡҡа зарлана. Ғалимдар раҫлауынса, депрессия – ковидтан һуңғы етди өҙлөгөүҙәрҙең береһе. Йыш ҡына нервы-психик тайпылыштар күҙәтелә, когнитив һәләттәр насарлана.
Депрессия нилектән барлыҡҡа килә һәм унан ҡотолоу юлдары бармы? Ошо ҡыҫҡа, әммә ҡатмарлы һорауға бөгөн табип-психиатр, психотерапевт Артур Алик улы БИКМӘТОВ яуап бирә.
– Артур Алик улы, COVID-19 сирен еңелсә генә үткәргән ҡайһы берәүҙәр табиптарға йөрөүҙән, ялыу һәм зарланыуҙары менән яҡындарының башын ҡаңғыртыуҙан бушамай. Кемдеңдер ҡан баҫымы, температураһы күтәрелеп йонсота, йөрәк ҡаға, ғауға хисе аптырата, ашҡаҙан-эсәк, һиҙемләү ағзаларының эшмәкәрлеге боҙола. Тәжрибәле табиптар был үҙгәрештәрҙе психик сәбәптәр менән аңлата. Был йәһәттән фекерегеҙ нисек?
– Бер кем дә донъяны ялмап алған пандемияның эҙемтәләрен алдан күҙаллай алманы. Ул бик тиҙ таралды, әле лә бер ҡайҙа ла китмәгән, тирә-яҡ мөхиттә хакимлыҡ ҡылыуын дауам итә. Билдәһеҙлек һәр ваҡыт күңелдә шом, ҡурҡыу, хәүефләнеү хисе тыуҙыра. Шул сәбәпле быға тиклем йоҡомһораған хроник сирҙәр баш ҡалҡыта, киҫкенләшә. Ошо аҙ ғына ваҡыт осоронда тупланған тәжрибәне йомғаҡлап, ҡайһы бер сәбәптәрҙе билдәләйек.
SARS-CoV-2 вирусының баш мейеһен һәм үҙәк нервы системаһын зарарлауын раҫлаған тикшеренеүҙәр бар. Организмдың ағыуланыуы, юғары температура, кислородҡа ҡытлыҡ – быларҙың барыһы ла мейеләге нейрондарға емергес һөжүм яһай.
Хәҙерге ваҡытта ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәт ағымы ла сәләмәтлеккә кире йоғонто яһаған шарттарҙың береһе булып тора. Һуғыш яланынан алынған хәбәрҙәр кеүек, көн дә яңғыраған хәүефле мәғлүмәт, статистика кешене депрессияға илтеүе бар.
Дауахананан сирҙе еңеп сыҡҡан пациенттарҙың кисерештәре, ауыр тойғолары эҙһеҙ үтмәй, психикаға көс төшә. Үҙегеҙ күреп-ишетеп тораһығыҙ, илдәге социаль-иҡтисади көсөргәнешлек, сикләү саралары, инфляция, эшһеҙ ҡалыу, фәҡирлек кешеләрҙең аңына кире йоғонто яһай, ҡурҡыу тойғоһо тыуҙыра. Үҙең өсөн генә түгел, яҡындарың өсөн дә борсолаһың, вирусты йоҡтороуҙан ҡурҡаһың, һәр күңелһеҙ хәбәр йөрәгеңә уҡтай килеп ҡаҙала. Бына ошо шарттарҙың барыһы ла сирҙең ауыр йәки еңел үтеүенә ҡарамаҫтан, депрессияға килтереүе ихтимал.
– Коронавирустан һуң барлыҡҡа килгән был сирҙе ниндәй билдәләргә ҡарап асыҡларға мөмкин?
– Кеше сирҙе еңеп сыҡҡандан һуң үҙендә күңел төшөнкөлөгө, эс бошоу, һағыш, яңғыҙлыҡ тойғоһо кисереүе бар. Уны “бер кемгә лә кәрәк түгелмен” тигән тойғо яфалай, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы кәмей. Кисә генә шатландырған шөғөлдәр, әйберҙәр бөгөн һис тә һөйөндөрмәй. Энергия етмәүе тойола, тиҙ арыйһың, борсолоу көсәйә, ҡуҙғыусанлыҡ арта, хатта үлем хаҡында уйҙарҙың тынғы бирмәүе мөмкин. Ул бөтә уңышһыҙлыҡтарҙа бары үҙен ғәйепләй.
Тағы ла шуныһы: ауырыу үҙен элекке ғәҙәттәренән, шөғөлдәренән сикләргә тырыша: кеше менән аралашмай, урамға сыҡмай, эшкә тотонорға ялҡаулана, хис-тойғоһо һүрелә. Был хәлдең ике аҙнанан алты айға тиклем дауам итеүе ихтимал.
Физиологик кимәлдәге депрессия кешенең ябығыуында йәки һимереүендә лә сағыла. Күңел бошоу йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә, баш ауыртыуға, баш әйләнеүгә, уҡшыуға килтерә.
– Сирҙән һуң күҙәтелгән күңел төшөнкөлөгөнән сығыу юлдары ниндәй?
– Был хаҡта бөтә донъя ғалимдары баш вата. Стрестарға ҡаршы тороусанлыҡты нығытыу өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү, психотерапевтар менән кәңәшләшеү, шәхси дауалар алыу ҙа ярҙам итеүе бар. Тик шуныһы, “психолог, психотерапевт” тигән һүҙҙәрҙе ишетеү менән беҙҙең халыҡтың ҡото оса, кешеләр сиремде белеп ҡалыр, тип ҡурҡа һәм табипҡа күренеүҙе кәмәһе ҡомға килеп терәлгәнсе һуҙа.
Иң тәүҙә биологик ритмдан тайпылмаҫҡа тырышығыҙ (көн менән төндө бутамағыҙ), иртән зарядка яһарға онотмағыҙ (физкультураның иң ҡеүәтле антидепрессант икәне раҫланған!), кире мәғлүмәттәрҙе уҡымағыҙ һәм ишетмәгеҙ, тын алыу күнегеүҙәрен яһағыҙ. Ҡулдан килерлек ошо ғәмәлдәр һөҙөмтә бирмәһә, табип һеҙгә дарыуҙар тәғәйенләр. Тик үҙ белдегең менән дауаланмаҫҡа, интернеттан уҡып, үҙеңә диагноз ҡуймаҫҡа, препараттар һатып алмаҫҡа кәңәш итәм. Тәжрибәле табиптар һәр кемдең хәл-торошона, организмдың тотошона ҡарап, шәхсән тәбиғи дауалау сараларын да билдәләй ала. Туҡланыу рационы минерал һәм витаминдарға бай булһын, табынығыҙҙан йәшелсә, еләк-емеш өҙөлмәһен.