Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 17 – 22 майҙа республикала Халыҡ һаулығы көндәре уҙғарыла. Сараның төп маҡсаты – йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү.
Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” миили проектына ярашлы уҙғарыла. Уның барышында ФАП-тар хеҙмәтләндергән ауылдарҙа өй һайын йөрөп сығып, кешеләрҙең артериаль ҡан баҫымын үлсәү, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы нигеҙендә күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре ярҙамында халыҡтың һаулығын тикшереү, медицина ойошмаларында “Сәләмәтлек мәктәптәре”нең эшен ойоштороу, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары нигеҙендә сәләмәт туҡланыу витриналарын асыу, “Табип менән саф һауала йөрөү” акцияһы, спорт һәм башҡа саралар күҙаллана.