Сәләмәт булайыҡ
14 Май 2021, 10:00

Сит ил граждандары прививка яһата алмай аптырай, ә беҙ...

Баш табип урынбаҫарын ватандаштарыбыҙҙың бушлай яһалған вакцинаны алырға ашҡынып тормауы ғәжәпләндерә.

Өфө поликлиникалары тупһаһын тапаған сит ил граждандары вакцина яһата алмай аптырай. Баш ҡалалағы 1-се поликлиниканың баш табип урынбаҫары Алексей Дмитриев әйтеүенсә, прививка яһатырға теләүселәрҙең күпселеге - Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған Һиндостан студенттары.
“Баш ҡала һылыуҙарына өйләнгән Италия граждандары ла мөрәжәғәт итеп ҡараны, - ти табип. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уларҙың үтенестәрен кире ҡағырға мәжбүрбеҙ, сөнки вакцинациялауға сығым федераль бюджеттан бүленә, уға бары мотлаҡ медицина страховкаһы полисына эйә ватандаштарыбыҙ һәм йәшәүгә хоҡуғы булған сит ил граждандары ғына хоҡуҡлы. “Спутник V” вакцинаһы бөтә донъяла танылыу алғанлыҡтан, уға ышаныс көслө.”
Сит ил кешеләренең вакцинаны коммерция нигеҙендә яһатырға ла теләге ҙур, тик был закон буйынса тыйыла. Баш табип урынбаҫарын ватандаштарыбыҙҙың бушлай яһалған вакцинаны ҡаҙатырға ашҡынып тормауы ғәжәпләндерә. Вакцинацияға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн барыһы ла эшләнгәндәй, бөтә шарттар ҙа булдырылғандай, мәғлүмәт тә етерлек кеүек.
Әле вакцинациялауға ылыҡтырыу буйынса акция башланды, прививка яһатҡан һәр кем унда ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр ота ала. Төплөрәк белешмәне ufa-zdorov.ru сайтында алыу мөмкинлеге бар.
Фото:Zon102.rbsmi.ru
Читайте нас