Бөгөн Рәсәйҙә яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн дүртенсе вакцина теркәлде. “Спутник Лайт” вакцинаһы Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология милли тикшеренеү үҙәге тарафынан етештерелгән, ул бары бер компоненттан тора,” - тип шатлығы менән уртаҡлаша Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко.
“Спутник V” вакцинаһынан айырмалы, ул 26-сы типтағы аденовирус нигеҙендә етештерелгән бер генә компоненттан тора. Клиник тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса уның хәүефһеҙ булыуы иҫбатланған. Дүртенсе вакцинаның теркәлеүе коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙә яңы мөмкинлектәр тыуҙырасаҡ һәм тотороҡло коллектив иммунитетты формалаштырыуҙы тиҙләтәсәк.
Шуныһын да әйтеп китәйек, яңы “Спутник Лайт” вакцинаһы “Спутник V” вакцинаһының беренсе компонентының аналогы булыуына ҡарамаҫтан, ул уны алмаштырмай, сөнки яңыһы башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уйлап табылған. Тәүгеһе тотороҡло иммунитет тыуҙыра алыуы менән өҫтөн, 60 йәштән өлкәнерәктәрҙә уңышлы файҙаланыла. “Спутник Лайт” эпидемиологик хәл насарланған осраҡта иммунитетты тиҙ формалаштырыу өсөн файҙаланыуы мөмкин. Ярты йыл элек COVID-19 менән сирләгән һәм антиесемдәр титры кәмегән кешеләр ҙә уны яһата аласаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.