Был аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә бер минутҡа тын ҡалыуҙан башланды. Хөкүмәт ағзалары үткән аҙнала Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда булған фажиғә ҡорбандарын иҫкә алды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙнаның мөһим ваҡиғалары тураһында һөйләне. Көн тәртибе, ғәҙәт буйынса, коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәрҙе тикшереүҙән башланды. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.
Шуныһы ҡыуандыра – хәлдәр тотороҡло. Әллә ни артыу ҙа, кәмеү ҙә юҡ. Һуңғы тәүлектә коронавирусты 90 кеше йоҡторған, дөйөм сирлеләр һаны – 36950 кеше. Сирлеләрҙең 93,7 проценты һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә – 107 кеше.
Бөгөн амбулатор дауаны 1700 самаһы кеше ала, 130 кеше дауаханаларҙа ята. Алты кеше ауыр хәлдә, улар интенсив терапия бүлексәһенә күсерелгән. Республикала коронавирус менән ауырығандар өсөн 1523 урын әҙерләнгән, уның 67 проценты биләнгән.
– Республикала кешеләрҙе был сирҙән вакцинациялау дауам итә. Был йәһәттән эштәр ял һәм байрам көндәрендә лә дауам итә. Башҡортостанға барлығы 367843 доза вакцина килтерелгән, 310 мең самаһы кеше уның беренсе компонентын һалдырған, 224 мең кеше тамамлаған, – тине министр.