Сәләмәт булайыҡ
17 Май 2021, 15:00

Прививканы өйгә лә килеп эшләйҙәр

Нефтекама ҡалаһы хакимиәте яңы эш форматына ла күскән – ихаталарҙа вакцинациялау ойошторалар.

Пандемияның афәт икәнлегенә күптән төшөндөк. Ул беҙҙе ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға, битлек кейеп йөрөргә, дауаланырға ла өйрәтте. Әммә вирусты еңеү хаҡында белдерергә иртәрәк әле. Уның менән көрәшеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы булып вакцинациялау ҡала.
Һис шикһеҙ, ваҡыт тигән төшөнсә лә мөһим: был эш тиҙ башҡарылырға һәм мөмкин тиклем киңерәк йәйелдерелергә тейеш. Белгестәр әйтеүенсә, халыҡтың 60 проценты самаһы прививка яһатҡанда ғына коллектив иммунитет буласаҡ һәм беҙ ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайта аласаҡбыҙ.
Нефтекамала ла вакцинациялау эше әүҙем бара. Ҡаланың бихисап ойошма-предприятиелары тотош коллектив менән прививка яһатыу тураһында теләк белдергән. Шуға ла ҡала дауаханаһында прививка яһаған мобиль бригадалар эшләй, улар алдан билдәләнгән график буйынса коллективтарға сыға. Мәҫәлән, бөгөн ковидтан вакцинацияны "Стройзаказчик" ойошмаһы хеҙмәтсәндәре яһатҡан, иртәгә сират - Таҙалыҡ һәм тәртип хеҙмәте предприятиеһы, 19 майҙа хакимиәттең мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренә. “Урал” сауҙа үҙәгендә лә вакцинациялауҙың мобиль пункты даими эшләй.
Кемдер сәләмәтлеге торошона һәм йәшенә бәйле прививкаға бара алмай икән, ундайҙарҙың өйөнә барып яһайҙар. Унан тыш, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте яңы эш форматына ла күскән – ихаталарҙа вакцинациялау ойошторалар.
Көн һайын 18.00 - 20.00 сәғәттәрҙә Мобиль сәләмәтлек үҙәге торлаҡ комплекстарында үҙ ишектәрен аса. Бында сират та юҡ, алдан яҙылыу ҙа кәрәкмәй: юл ыңғайы прививка эшләтергә була. Сәләмәтлеген хәстәрләгән яуаплы кешеләр өсөн был бик яҡшы мөмкинлек.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас