Оҙаҡламай балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре башланасаҡ. Коронавирус пандемияһы ҡуйған сикләүҙәр сәбәпле, уларға тик вакцина үткән йәки антиесемдәре булғандар ғына инә аласаҡ тигән ҡарар ҡабул ителгәйне.
Әммә хәҙер ошо йәһәттән үҙгәреш булыуы ихтимал. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
“Оҙаҡламай меңәрләгән бала мәктәпте тамамлаясаҡ һәм балалар баҡсаһынан сығасаҡ. Беҙ ата-әсәне "Һуңғы ҡыңғырау"ға, сығарылыш балдарына тик коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеүе тураһындағы сертификат йәки инфекцияға ҡаршы антиесемдәр булыуы тураһындағы белешмәһе бар осраҡта ғына индерәсәкбеҙ тигән ҡарарға килгәйнек.
Тик халыҡтың был талаптарҙың бигерәк ҡаты булыуына бәйле мөрәжәғәттәренең артыуы сәбәпле, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе республиканың оператив штабына кисәләргә ҡарата сикләүҙәрҙе йомшартыуҙы һорап тәҡдим ебәрҙе.
Тәҡдимдең мәғәнәһе шунда: был сараларҙы тышта йәки бинала үткәргән саҡта социаль дистанцияны үтәү һәм битлектә булыу етә. Биналарҙа 50 кешенән ашыулыҡ саралар үтһә, терапевтан йоғошло сирҙәр юҡлығы тураһындағы белешмә лә кәрәк. Һәм мотлаҡ рәүештә дистанция һаҡлау.
Мин һәр ваҡыт кешеләрҙең фекеренә иғтибар итәм, тик ашығыс ҡарарҙар ҙа ҡабул итмәйем. Был тәҡдим медицина йәмәғәтселеге менән экспертлы тикшереүҙе талап итә тип уйлайым. Мәсьәләне яҡын арала буласаҡ оператив штаб ултырышына сығарабыҙ һәм нигеҙләнгән ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ.
Кисәләр башланғансы ҡарар буласаҡ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.