Һау-сәләмәт булыу өсөн организмға төрлө витаминдар, микроэлементтар кәрәклеген белмәгән кеше юҡтыр хәҙер. Мәҫәлән, өлкән кеше организмында ни бары 2-3 грамм ғына цинк бар, ә ҡиммәте баһалап бөткөһәҙ. Иң күп миҡдары – мускулдарҙа (60 %) һәм һөйәктәрҙә (30%).
Ул организмдағы 300-ҙән ашыу ферментты көйләүҙә, иммунитетты булдырыуҙа, мейе һәм аҡыл эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙә ҡатнаша, хәтерҙе яҡшырта. Цинк кешенең буйы һәм үҫеше өсөн дә кәрәк. Өҫтәүенә ул антиоксидант үҙенсәлектәренә эйә, күҙәнәктәрҙе әселек арҡаһында боҙолоуҙарынан һаҡлай. Һөйәктәрҙең сәләмәтлеге, тән тиреһе, сәстәр, тырнаҡтар торошо өсөн дә ул яуаплы.
Әгәр цинк етешмәһә? Ул саҡта кеше насар йоҡлай башлай, тире, сәс, тырнаҡтар торошо үҙгәрә, аппетит насарлана, сәс ныҡ ҡойола, айырыуса төндә күреү насарлана, йәрәхәттәр аҡрын төҙәлә.
Цинктың 20-40 проценты ғына аҙыҡтан үҙләштерелә, ти табиптар. Үҫемлек аҙыҡтарынан цинк насарыраҡ үҙләштерелә, сөнки бөртөклөләр, ҡуҙаҡлылар, май культураларында цинк үҙләштереүен тотҡарлаусы фитин кислотаһы бар. Уларҙың организм тарафынан үҙләштереүсәнлеген арттырыу өсөн ҡуҙаҡлыларҙы шыттырырға йәки һыуҙа бер нисә сәғәт тоторға кәрәк.
Ниндәй аҙыҡтар был ҡиммәтле элементҡа бай? Әсеткелә, мал итендә, ҡабаҡ орлоҡтарында, миндалдә, ҡара төҫтәге шоколадта цинк бар. БАДтар ҡулланырға теләһәгеҙ, табип менән мотлаҡ кәңәшләшегеҙ.