Бөгөн һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, "Роспотребнадзор"ҙың төбәктәге идаралығы етәксеһе Анна Казак ҡатнашлығында коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүгә ҡаршы сираттағы онлайн брифинг үтте.
Уның барышында көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙеләр. Мәҫәлән, аномаль эҫе торған көндәр вакцинациялауға нисек тәьҫир итә? Ирина Кононова һүҙҙәренсә, эҫелек прививкаға бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай.
"Шуға күрә, әгәр коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялауҙы планлаштырғанһығыҙ икән, уны кисектереү кәрәкмәй. Ғәҙәттә, вакцинаны иртән, һалҡынса мәлдә иретәләр, унан тыш, пункттар елләтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған", - тине Ирина Кононова.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 89 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 37 039-ға етте. Һауыҡҡандар – 34 726 (һуңғы тәүлектә 97 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 493. Республика стационарҙарында – 156 сирле (шул иҫәптән 19-ы ауыр хәлдә, уларҙың берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған).
Әлеге ваҡытта Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның 384 034 дозаһы килтерелгән. Тәүге компонентын 315 500 кеше алған (булған вакцина күләменә ҡарата 81 процент), 234 587 кеше ике компонентын да ҡаҙатҡан.
Ирина Кононова сальмонеллез кеүек насар сирҙе нисек йоҡтормаҫҡа икәнлеген дә билдәләп үтте. Бының өсөн йомортҡаны ҡулланыу алдынан уны йыуырға кәрәк. Ә Анна Казак йомортҡаларҙы һыуытҡыста магазиндан алынған ҡапта һаҡларға кәңәш итте. Шуай уҡ уларҙы ун минуттан да кәм бешермәҫкә кәрәк. Сальмонелез –аш эшкәртеү ағзаларын зарарлаусы етди сир, шуға ла таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү зарур.