Сәләмәт булайыҡ
19 Май 2021, 03:00

Кәйефегеҙҙе күтәрер, күҙҙәрегеҙҙе иркәләр...

Ала миләүшә бүлмәгеҙҙе йәмгә күмер, йөрәк ҡағыуын көйләр...

Ваҡытыбыҙҙың күп өлөшөн бүлмәлә, ябыҡ бинала, йортобоҙҙа үткәрәбеҙ. Шуға күрә фатирыбыҙҙа тере сәскәләр, гөлдәр үҫтереү сәләмәтлек өсөн дә, кәйефебеҙҙе күтәреү өсөн дә файҙалы. Улар һауаны таҙартасаҡ һәм бүлмәне йәмләйәсәк. Һеҙҙе шуларҙың бер нисәһе менән таныштырмаҡсыбыҙ, күңелегеҙгә ятһа, өйөгөҙҙә үҫтерерһегеҙ.
Ала миләүшәне (лаванда) кешеләр меңәрләгән йыл файҙалана. Уны медицинала ла нервыларҙы тынысландырыу, йоҡоһоҙлоҡтан арыныу өсөн әүҙем ҡулланалар. Уның хуш еҫе ароматотерапияла файҙаланыла, организмға яҡшы йоғонто яһауы билдәле. Йөрәктең ныҡ ҡағыуын кәметә, нервы күҙәнәктәрен тынысландыра.Өҫтәүенә ала миләүшә бүлмәгеҙҙе йәмгә күмер.
Спатифиллум йәки лилия матур аҡ сәскәләре менән дан тота. Бынан тыш, һауаны токсиндарҙан таҙарта, үңәҙҙең микроскопик бактерияларынан ҡотолдора. Уны юҡҡа ғына һауаны органик таҙартыусы тип атамайҙар.
Каланхоэ дымлылыҡ етешмәгән бүлмәлә лә яҡшы үҫә. Иң мөһиме – ваҡытында һыу һибергә, ҡороған сәскә таждарынан арындырырға кәрәк. Өҫтәүенә ул шифалы үҫемлек һанала, сәскә таждары менән яраларҙы дауалайҙар.
Алоэ гөлөн белмәгәндәр юҡтыр ҙа. Уны “үлемһеҙлек” үҫемлеге тип йөрөтәләр, боронғо Мысырҙа алоэның йорттарҙы яуыз йәндәрҙән ҡурсалауына ышанғандар. Ә фән уның һауаны канцерогендарҙан таҙартыуын, кислород бүлеп сығарыуын раҫлаған. Ул һеҙгә тиҙерәк йоҡлап китергә, яҡшы кәйеф менән уянырға ярҙам итер.
Фото: 1zoom.ru
Читайте нас