Сәләмәт булайыҡ
19 Май 2021, 14:50

Тотош коллектив менән яһаталар

Сибай ҡала дауаханаһында вакцинациялау эшен әүҙемләштереү өсөн мобиль бригадалар төҙөлгән.

Яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү маҡсатында республиканың ҡала-райондарында халыҡты вакцинациялау әүҙем бара.
Сибай ҡала дауаханаһында ла был эшкә оло яуаплылыҡ менән ҡарайҙар һәм уны тағы ла әүҙемләштереү өсөн мобиль бригадалар төҙөгәндәр. Улар ғариза буйынса райондың учреждениеларына һәм ойошмаларына сығып, урында вакцинациялау үткәрә.
Мәҫәлән, бөгөн күсмә вакцинациялау бригадаһы Сибай күп профилле һөнәри колледжында эшләгән 23 хеҙмәткәргә коронавирусҡа ҡаршы прививка яһаған. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр.
"Беҙ граждандарҙың һәм предприятие етәкселәренең әүҙем позицияһына шатбыҙ. Һәр эштә лә ҡәһәрле вирус менән осрашып, сирләп китеү ихтималлығы бар. Күптәр өсөн иһә хеҙмәти процесты боҙорға ярамай, бигерәк тә имтихандарға, сығарылыш кисәләренә әҙерләнгән колледждарҙа. Был эш форматын артабан да үҫтерәсәкбеҙ, райондың башҡа учреждениеларынан да ғаризалар бар", - ти Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов.
Әлеге ваҡытта Сибайҙа вакцинаның тәүге компоненты 4219 кешегә яһалған, уларҙың 1726-һы - 60 йәштән үткән ололар.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас