Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары студенттар менән берлектә тәндәге төрлө яраларҙы уңалдырыусы мөғжизәле япма уйлап тапҡан. Медицина бинтына ҡарағанда ул күпкә отошлораҡ, ти белгестәр.
Динара Хажиәхмәтова Башҡорт дәүләт университеты химия факультетының дүртенсе курсында уҡый. “Бала саҡтан төрлө тәжрибәләр эшләү менән мауыға торғайным, уҡыу йортонда хыялымды тормошҡа ашырҙым, ҡыҙыҡлы эксперименттар яһау мөмкинлеге лә бар”, - тип һөйөнә ҡыҙ. Ул яңыраҡ һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн үҙенсәлекле биоматериал эшләүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Полимерҙан эшләнгән пленка үҙенән-үҙе тарҡалыусан, шуға күрә яраға тиҙ генә һеңеп бөтә. Бинт менән бәйләгәндәге кеүек көн һайын яраны эшкәртеп, таҙартып, яңынан бәйләп торорға кәрәкмәй, ти белгестәр.
Яраларҙы уңалтыу өсөн уйлап сығарылған пленкаларҙы Өфөнөң 17-се клиник дауаханаһында һынап ҡарау дауам итә. Ғалимдар әйтеүенсә, улар пациенттарға был шифалы пленкаларҙың ниндәйе кәрәк, шул рәүештә эшләп бирә аласаҡ. Тәү ҡарауға ябай ғына күренгән полимер пленка киләсәктә медицина бинтын да алмаштыра аласаҡ. Уның ярҙамында бер-ике аҙна эсендә тәрән яраны ла уңалтырға мөмкин, ти ғалимдар.