Сәләмәт булайыҡ
21 Май 2021, 13:30

“КовиВак” беҙгә лә килеп етте

Уны күптәр көтөп алғандыр, сөнки был төр - вакциналарҙың классик тибы, үткән быуаттан алып ҡулланыла.

Республикаға кисә яңы коронавирус инфекцияһынан “КовиВак” вакцинаһының тәүге партияһы килде. Әлегә – 2 340 доза. Уның килеүен күптәр көткәндер, сөнки ул - вакциналарҙың классик тибы, үткән быуаттан алып ҡулланыла.
Вакцинаны М.П. Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттар эшләү һәм тикшереүҙәр федераль фәнни үҙәге етештергән. Ул, “ГамКовидВак”, “ЭпиВакКорона” вакциналарынан айырмалы, вирустан етештерелә, ә уның өлөшсәләренән түгел. Вирус зарарһыҙландырыла, йәғни “үлтерелә”, кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙ. Уны туңдырырға ярамай, 2-8 градуста һаҡлайҙар. Прививка 14 көн интервалы менән яһала.
Бөгөнгә Үҙәктә барлығы 70 мең доза вакцина етештерелгән. Уны әлегә 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге өлкәндәргә яһау рөхсәт ителгән. Яҡын арала “КовиВак”ты клиник һынауҙың өсөнсө этабын үткәреү планлаштырыла, унда 60 йәштән өлкән ирекмәндәр ҡатнашасаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас