Сәләмәт булайыҡ
21 Май 2021, 09:04

Ҡотолоу сараһы бар

Һөйәл – йәмһеҙ күренеш. Уның төрҙәре бихисап, ул бер кемде лә биҙәмәй, әммә үҙенән ҡотолоу юлдары бар. Интернет сығанаҡ­тарында, таныштар араһында ошондай халыҡ дауаһы өлгөләрен таптыҡ. Уларға таянып, түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

Һөйәл – йәмһеҙ күренеш. Уның төрҙәре бихисап, ул бер кемде лә биҙәмәй, әммә үҙенән ҡотолоу юлдары бар. Интернет сығанаҡ­тарында, таныштар араһында ошондай халыҡ дауаһы өлгөләрен таптыҡ. Уларға таянып, түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
Йыш ҡына йәйгә табан ҡул һәм аяҡ тирәһендә һөйәлдәр барлыҡҡа килә, улар ваҡ йә эре булып тирене ҡаплап ала. Беренсенән, был матур түгел, икенсенән, ауырта, ҡамасаулай ҙа. Ҡайһы саҡта эләгеп ҡанап китһәләр, түҙ генә!
Шунда ирекһеҙҙән борон-борондан килгән, халыҡ араһында киң таралған ысулдар иҫкә төшә. Тик уға ышаныу­сылар был ғәмәлде еренә еткереп үтәргә ҡуша.
Шулай итеп, яңы ай тыуғас, беренсе көнөндә һөйәл үләнен (чистотел) өҙөргә кәрәк. Ә икенсе төндә, күктә айҙың нә­ҙек кенә урағы күренеү менән, ошо үлән­дең һутын барлыҡ һөйәлдәргә һөр­төп сығырға кәрәк. Ошо ваҡытта белгән дауа доғаларын уҡыһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Тағы бер ысул иҫке картуфҡа бәйле. Уны яртыға бүлеп, бер яртыһы менән һөйәлдәрҙе ышҡырға кәрәк. Икенсе яртыһын утта яндырығыҙ. Ә һөйәлдәрҙе ышҡығанын тиреҫ аҫтына күмегеҙ, ул үҫерлек булмаһын, ә сереһен. Доға­лар­ҙы онотмағыҙ. Белгәндәр әйтеүенсә, картуф сереү менән һөйәлдәр ҙә бөтәсәк.
Ябайҙарынан бигерәк, аяҡ табанына һәм устарға сыҡҡан, ваҡ тамырсыҡтары өҫкә ҡалҡып торған һөйәлдәр бигерәк тә яман: баҫҡанда йә әйбер тотҡанда бигерәк ауырта! Уларҙың таралып торған тамыры тире эсендә була.
Был бик тә күңелһеҙ күренештән ҡотолоу сараһы бар. Ошондай ҡат­нашма әҙерләргә кәрәк: бер һарымһаҡ өлөшсәһен иҙегеҙ, бер балғалаҡ уксус эссенцияһын алығыҙ, семтем он ҡушып, уртаса шыйыҡлыҡтағы ҡамыр эшләгеҙ. Лейкопластырҙа һөйәл ҙурлығында тишек яһағыҙ, әммә радиусы ярты сантиметрға ҙурыраҡ булһын. Ошо тишеккә әҙерләгән ҡамырҙы һалығыҙ, өҫтөнә тағы пластырь йәбештерегеҙ һәм бинт менән урағыҙ. Ике-өс көн ошолай йөрөгәндән һуң, сисһәгеҙ, һөйәл пластырь менән бергә сығырға тейеш. Ярҙам итмәй икән, тағы берҙе ҡабатлағыҙ. Һөйәл урынында ауыртып торған тишек барлыҡҡа килер, уға Вишневский майы һөртөлгән бинт япһағыҙ, бер нисә көндән уңалыр.
Читайте нас