Сәләмәт булайыҡ
21 Май 2021, 09:06

Танау ғына тонған, тимәгеҙ...

Танауығыҙ гел тонған килеш тора һәм тын алыуы ауырмы? Мөмкин булған дарыуҙарҙы ҡулланып ҡаранығыҙ, әммә файҙаһы теймәй һәм ҡул һелтәнегеҙме? Улай эшләргә ярамай!

Танауығыҙ гел тонған килеш тора һәм тын алыуы ауырмы? Мөмкин булған дарыуҙарҙы ҡулланып ҡаранығыҙ, әммә файҙаһы теймәй һәм ҡул һелтәнегеҙме? Улай эшләргә ярамай!


Танау тоноу ҡурҡыныс сир­ҙәрҙең билдәһе булыуы ихтимал, шуға күрә был проблемаға етди иғтибар талап ителә. Табип-отоларинголог, Сеченов исемен­дә­ге Мәскәү дәүләт медицина университеты профессоры Юрий Ульянов әйтеүенсә, ваҡы­тында дауаланмаған танау тоноу сире­нең бик ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Белгес әйтеүенсә, танау кеше һулаған һауаны йылы­тырға һәм еүешләргә тейеш, бының өсөн ағза эсендә махсус ҡыуыш­лыҡтар бар.

Әммә улар елһенеп тонған саҡ­та, танау функцияһын үтә­мәй, тора-бара был процес ҡат­марлы сиргә – синуситҡа килтерә.
Белгес әйтеүенсә, синусит бул­ғанда, ҡыуышлыҡтар шешенеп ябыла, ә елһенеү процесы артабан башҡа ағзаға – күҙҙәргә күсеүе ихтимал. Был туҡыма­ларҙы ҡуҙғыта, түҙеп торғоһоҙ баш ауыртыуына килтерә.
Ульянов фекеренсә, ваҡы­тын­да дауаланмаған сирҙең мейегә тиклем барып етеүе бар, ул саҡ­та кеше ғүмерен ашы­ғыс рәүеш­тә ҡотҡарырға тура киләсәк. Ғөмүмән, танау ҡыуышлыҡтары кеше башы­ның ҙур өлөшөн алып тора, шуға ла баш ауыртыуҙан яфаланғанда танау торошон тикшереү мотлаҡ, тип белдерә профессор.
Танау тоноу, елһенеү процесы аллергия арҡаһында ла бар­лыҡҡа килеүе ихтимал, бигерәк тә яҙғы осорҙа. Әгәр ҙә ошондай проблема менән осрашҡанығыҙ булһа, был миҙгелдә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, урамда күҙлек, битлек кейеп йөрөгөҙ, танау эсен даими рәүештә тоҙло ҡатнашма менән йыуҙырып тороғоҙ. Урамдан ингәс, душ инеү, әйберҙәрҙе алмаштырыу ҙа аллергия өйәнәген кәметәсәк.
Читайте нас