Сәләмәт булайыҡ
21 Май 2021, 04:45

“Толпар” Туймазы районына барып ҡайтты

Был балаларҙың 50-һе – шәфҡәтлелек бүлексәһенән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһындағы “Толпар” күсмә стоматология дауалау-диагностика комплексы ошо аҙнала Туймазы районында эшләне. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә ойошторолдо.
17 майҙа теш табиптары һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 2-се ҡала коррекция мәктәп-интернатында, ә 18 һәм 19 майҙа Серафимовка балалар йорт-интернатында эшләне. Серафимовка йорт-интернатында улар 209 баланың тешен тикшерҙе һәм дауаланы. Әйткәндәй, был балаларҙың 50-һе – шәфҡәтлелек бүлексәһенән. Унда түшәктә ятҡан сабыйҙар тәрбиәләнә.
Табиптар гигиена дәрестәре үткәрҙе һәм балаларға теште дөрөҫ таҙартырға өйрәтте.
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/368640/
Читайте нас