Раевка үҙәк район дауаханаһында Фәнүзә Хәсәнова өлкән шәфҡәт туташы бурысын өс тиҫтә йыл самаһы атҡара. Уның дөйөм хеҙмәт стажы – дүрт тиҫтә йылға яҡын.
Эйе, дауаханаға килгән саҡта үҙең дә һиҙмәҫтән, урта һәм кесе медицина персоналының эше нисек ойошторолоуға иғтибар итергә тура килә. Барыһы ла үҙ эше менән мәшғүл, бурыстарын белеп башҡара, артыҡ ығы-зығы юҡ.
– Фәнүзә Ғирфан ҡыҙы – тәжрибәле, грамоталы белгес һәм изге күңелле кеше. Фиҙакәр хеҙмәте менән коллективта хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған. Тап ул – урта һәм кесе медицина персоналын берләштергән көс. Эште яҡшы ойоштора, барыһы ла ваҡытында һәм күрһәтмә талаптарына ярашлы үтәлә, – ти Раевка үҙәк дауаханаһы баш табибы Рафаэль Сәйәпов.
Хәсәновтарҙың ғаиләһе 1970 йылда Ырымбур өлкәһенән Раевка ҡасабаһына күсеп килгән. Фәнүзә Ғирфан ҡыҙы урындағы 2-се мәктәпте, артабан Ырымбур өлкәһендә медицина училищеһын тамамлаған. Ул бала саҡтан кешеләргә ярҙам итергә, уларҙы дауаларға хыялланып үҫә. Тап кешелекле, кеселекле булыуы һөнәр һайлағанда хәл иткес әһәмиәткә эйә була. Ошо йылдар дауамында күпме яҡташтарын дауалап, аяҡҡа баҫтырған ул! Яраларҙы бәйләү кабинетында эшләгәндә лә, өлкән шәфҡәт туташы булғас та, һөнәри бурыстарын һәр саҡ еренә еткереп, яуаплы башҡарған.
Башҡортостан дәүләт медицина университетында юғары белем алғандан һуң, Фәнүзә Хәсәнова 1993 йылда өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй башлай. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе отличнигы” билдәһе менән, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, район хакимиәтенең, Раевка үҙәк район дауаханаһының почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Фәнүзә Ғирфан ҡыҙы тормош иптәше менән татыу ғүмер кисерә, Айрат Хәсәнов вахта ысулы менән нефть компанияһында эшләй. Улар өс бала – ике ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Светлана менән Гүзәл юғары белемгә эйә, икеһе лә бухгалтер һөнәрен һайлаған. Улдары Марат әсәһе юлын үҙ иткән: Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем ала. Әсәһе улы менән бик ғорурлана, лайыҡлы алмаш үҫеүенә, табиптар династияһы дауам иткәненә ысын күңелдән шатлана.