Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Май 2021, 13:00

Аяҡтарың талмаһын тиһәң...

Был сиргә тарығандарға табип күрһәтмәләрен теүәл үтәү зарур. Шул уҡ ваҡытта өйҙә һаулыҡҡа зыян килтермәҫлек халыҡ сараһын да һынап ҡарау ҡамасауламаҫ - кемгәлер килешеүе бар.

Варикоз - утыҙ йәштән өлкәндәр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ араһында киң таралған сир. Был осраҡта елһенгән ҡан тамырҙарының күбеүе, төйөрҙәр барлыҡҡа килеүе арҡаһында йөрөү ауырлаша, ауыртыныу барлыҡҡа килә. Икенсе яҡтан, был күренеш тышҡы ҡиәфәтте лә йәмһеҙләй.
Был сиргә тарығандарға табип күрһәтмәләрен теүәл үтәү зарур. Шул уҡ ваҡытта өйҙә һаулыҡҡа зыян килтермәҫлек халыҡ сараһын да һынап ҡарау ҡамасауламаҫ, кемгәлер килешеүе бар.
Түбәндә бер рецепт тәҡдим итәбеҙ. Беҙгә кәрәк: алоэ, башлы һуғандың һуты, бал, Вишневский, ихтиол, сусҡаның иретелгән эс майҙары (сало), шыйыҡ кер һабыны. Һәр ингредиенттан берәр ҡалаҡ алып, бәләкәй кәстрүлдә болғай-болғай ҡайнатып сығара яҙабыҙ (ҡайнатырға ярамай). Май һыуынғас, уны аяҡҡа һөртөп, тышынан сепрәк менән ҡыҫмай ғына бәйләйбеҙ. Был япманы төнгөлөккә эшләү уңайлы. Әҙерләгән май бөткәнсе шулай дауаланырға мөмкин.
Компоненттарҙың береһенә аллергияһы булған кешеләргә, әлбиттә, был сараны ҡулланырға ярамай, ундайҙарға тәүҙә табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Фото: лечениеварикоза рф.
Читайте нас: