Өфөлә "Иң яҡшы "Ашығыс ярҙам" фельдшеры-2021" һөнәри конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Сараны йыл һайын Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Шәфҡәт туташтары ассоциацияһы һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы үткәрә. Быйыл ярышта 1297 кеше ҡатнашҡан һәм финалға 30 кеше сыҡҡан.
Иң яҡшы "Ашығыс ярҙам" фельдшеры исеменә республика "Ашығыс ярҙам" станцияһы фельдшеры Тимур Юнысов лайыҡ булды. Икенсе урынды Белорет ҡала үҙәк дауаханаһынан Юрий Первухин менән Бәләбәйҙән Олеся Бусарова алһа, өсөнсө урындарҙы Белореттан Галина Сафонова, Октябрьский ҡалаһынан Илмира Ибраһимова һәм Бәләбәйҙән Анастасия Сергеева бүлеште.
"Һөнәргә тоғролоҡ" номинацияһына Наилә Тәхәүетдинова лайыҡ булды. Ул был өлкәлә 38 йыл эшләй.
Финалсыларҙың береһе Олеся Бусарова бала саҡтан табиптарҙан ҡурҡҡан һәм бер ваҡытта ла аҡ халат кеймәҫмен тип уйлаған. "Ысынлап та, аҡ халат урынына бына инде 25 йыл "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтендә зәңгәр кейемдә сығам. Эшләү дәүеремдә өйҙә алты балаға "кендек инәһе" булырға тура килде, уларҙың барыһы ла - малайҙар. Тимәк, ҡыҙҙар алда әле", - тип йылмая фельдшер.
"Конкурстың тәүге этабы дистанцияла тест үтеү булһа, икенсеһе төрлө манипуляция рәүешендә уҙҙы, - ти БР Шәфҡәт туташтары ассоциация президенты Ирина Засыпкина. - Тәжрибәле фельдшерҙар икенсе этапты үткәндә, 10 саҡырыуҙы хеҙмәтләндерһәк, күпкә яҡшыраҡ булыр ине, тиҙәр. Бындай бәйгеләрҙә ҡатнашыу шәфҡәт туташтарының һөнәри кимәлен һәм үҫешен арттырыуҙа ҙур этәргес була, һайлаған һөнәрҙәренә ҡарата оло яуаплылыҡ өҫтәй".