Бәшмәк. Сөнки унда кәйефкә ыңғай йоғонто яһаусы һәм һөйәктәрҙе нығытыусы D витамины бар.Туҡланыу рационын төрләндерергә, уны биологик әүҙем элементтар менән байытырға теләһәгеҙ, бәшмәктән дә яҡшыһы булмаҫ. Унда күҙәнәкле туҡыма, антиоксиданттар, витамин һәм минералдар бар.
Бәшмәктәрҙәге В төркөмө витаминдары энергия балансын тәьмин итә. Уларҙа көс һәм әүҙемлек биреүсе баҡыр тупланған. Аҡ бәшмәктең иммунитетҡа яҡшы йоғонтоһо билдәле. Йөрәк һәм ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге өсөн дә файҙалы, ти белгестәр, сөнки уларҙа холестерин кимәлен кәметеүсе һәм йөрәк, аҙыҡ эшкәртеү системаһы сәләмәтлеген һаҡлаусы күҙәнәкле туҡыма бар.
Шуныһы мөһим, күҙәнәкле туҡыма ҡандағы шәкәр кимәлен арттырмай тота һәм икенсе типтағы шәкәр диабеты үҫеше хәүефен кәметә. Өҫтәүенә бәшмәктәрҙең калорияһы түбән, шулай булғас, һимереү ҡурҡынысы ла юҡ.
Бер нисә кәңәш: бәшмәкте башҡа аҙыҡтарҙан, айырыуса һуған һәм һарымһаҡтан айырым һаҡлағыҙ. Уны сей көйө ашамағыҙ, бәшмәктәге агаритин тигән ағыулы матдә бары ҡайнатҡанда ғына юҡҡа сыға.