М.П.Чумаков исемендәге федераль фәнни үҙәк директоры, яҡташыбыҙ Айҙар Айрат улы Ишмөхәмәтов коронавирустан “КовиВак” вакцинаһын етештереү ҡеүәтен арттырыу тураһындағы пландары менән уртаҡлашты. Ул был хаҡта Новосибирскиҙа үткән “Рәсәй вакциналары – ковидты еңеү” тип аталған фекер алышыуҙа белдерҙе.
Сарала шулай уҡ “Спутник V” вакцинаһын етештереүсе, Н.Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология үҙәгенең директор урынбаҫары Денис Логунов, “Вектор” вирусология һәм биотехнология ғилми үҙәгенең генераль директоры Ринат Мәҡсүтов, И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты трансляцион медицина һәм биотехнологиялар институты директоры Вадим Тарасов ҡатнашты.
Айҙар Айрат улының әйтеүенсә, “КовиВак”тың төп үҙенсәлеге уның организм өсөн зарары булмауында. Вакцина өҫтөндә эшләгәндә вирустың иммуноген үҙенсәлектәрен һаҡлау менән бергә уның “гарантияланған үлеменә” өлгәшкәндәр.” Беҙҙең ҡеүәт – йылына 7-8 миллион доза етештереү, яҡын арала ҡорамалдарҙы яңыртыу иҫәбенә етештереүҙе арттырасаҡбыҙ,” - тип белдерҙе етәксе.
Яҡташыбыҙ тураһында тағы шуныһын да белдермәксебеҙ, Айҙар Айрат улы танылған физиолог, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы, профессор Айрат Исмәғил улы Ишмөхәмәтовтың ғаиләһендә тыуып үҫкән.
Александр Корольков фотоһы.