Бөгөн, 23 майҙа, Мең велосипедсы көнө айҡанлы Өфөлә үткән сарала 22 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был сара быйыл унынсы тапҡыр үткәрелде. Былтыр пандемия арҡаһында был көн билдәләнмәй торҙо, ә 2019 йылда Мең велосипедсы көнөндә 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны.
Велосипедсыларға старт Ленин майҙанында бирелде. Туғыҙ километрға тиң маршрут баш ҡаланың үҙәк урамдарын үҙ эсенә алған ине. Финиш һыҙығы Салауат Юлаев майҙанында булды. Бындағы “Ватан” этнопаркында сарала ҡатнашыусылар интерактив станциялар менән таныша, “Аш Маркет” ризыҡ фестивалендә тамаҡ ялғай алды. Шулай уҡ оҫталар йәрминкәһендә төрлө сувенирҙар тәҡдим ителде, майҙанда концерт гөрләне, бейеү буйынса оҫталыҡ кластары, костюмдар конкурсы һәм экологик акциялар ойошторолдо.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Мең велосипедсы көнөндә күптәр ғаиләһе менән ҡатнашҡан. Шулай уҡ сараға ижади ҡарап, үҙен һәм велосипедын сағыу итеп биҙәп килеүселәр ҙә булған. Марафонда хатта туй күлдәге кейгән ҡыҙ ҙа ҡатнашҡан.
Сарала ҡатнашыусылар “Велоуфа” сайтында теркәлеп, үҙҙәренә тейешле һанды алды. Теркәү һандары башлыса бушлай бирелгән, ә бына “матур” һан алырға теләүселәргә түләргә тура килгән. Йыйылған аҡса хәйриәлеккә ебәреләсәк, ти ойоштороусылар.
Әүҙем тормошҡа әйҙәгән сара Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә “Башҡортостан Республикаһының велосипедсылар союзы” төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы башланғысында уҙҙы.
Фото: “Башинформ” агентлығы.