Сәләмәт булайыҡ
23 Май 2021, 11:00

Йәшелсәнең йәшеле - иң файҙалыһы

Йәшлегегеҙҙе оҙайтырға теләһәгеҙ, өҫтәлегеҙҙән йәшел йәшелсәләр өҙөлмәһен, ти ғалимдәр...

Кеше организмы өсөн һис шикһеҙ файҙалы булған, бер ниндәй икеләнеү тыуҙырмаған аҙыҡтар бар. Шуларҙың береһе, ҡиммәтле матдәләр “рекордсмены” - йәшел төҫтәге йөшелсәләр. Кәбеҫтә, салат, ҡыяр, шпинат һәм спаржа файҙалы үҙенсәлектәргә эйә хлорофилл пигментына эйә. Улар гемоглобин кимәлен күтәреүгә, токсиндарҙы сығарыуға, ялҡынһыныу процестарын кәметеүгә ярҙам итә, нервы системаһына яҡшы йоғонто яһай. Хлорофилл канцерогенға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә, шуға күрә ҡартайыу процесын аҡрынайта.
Йәшел йәшелсәләр А,С,Е витаминдарына, фолий кислотаһына, калий, магний, цинк, селен микроэлементтарына бай. Уларҙағы күҙәнәк туҡымаһы ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, ә антиоксиданттар йәшлекте оҙаҡ йылдарға һаҡларға ярҙам итә. Өҫтәүенә йәшел йәшелсәләрҙең калорияһы бик түбән, ябығырға теләгәндәр өсөн бына тигән аҙыҡ. Ғалимдарҙың раҫлауынса, көнөнә 300 грамм самаһы йәшелсә ашау организм өсөн бик файҙалы. Дөрөҫ туҡланыу - яҡшы кәйеф һәм сәләмәтлек сығанағы, йәйге мәлде тулыһынса файҙаланып ҡалығыҙ.
Фото:ЗКmu.ru
Читайте нас