Бынан ике йыл элек кеше ҡайғыһына битараф булмағандар һәм ирекмәндәр ярҙамында дауалауға 570 мең евро йыйған малай, ниһайәт, ошо аҙнала тәү тапҡыр аяғына баҫты. Әсәһе Гүзәл һөйөнөсө менән уртаҡлашып, иң ауыр ваҡытта ғаиләгә ярҙамға килгән һәр кемгә рәхмәт әйтә.
Сабыйҙың үҙаллы дивандан төшөп, тотоноп булһа ла баҫып тороуы ғаилә өсөн күптән көтөлгән оло шатлыҡ. “Мин тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарайым, ул шунда уҡ йүгереп китмәҫ, хатта ике аяғына ла ныҡлап баҫыуына әлегә ышанып етмәйем. Һул аяғын терәп баҫып тороуы ла ҙур еңеү. Ул ғүмерендә тәү тапҡыр баҫып тора! Был 10 секундлыҡ уңыш. Уның аяғындағы көстө аҙ ғына тойоуы ла шатлыҡлы хәл,” - ти Гүзәл.
Әсәнең һөйөнөсөн яҡшы аңлайбыҙ.Улы икенсе типтағы арҡа-мускул атрофияһы менән тыуғандан алып, Тимербаевтар ғаиләһенә әллә күпме ҡаршылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар менән осрашырға, ҡайғылы йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә тура килә. Малай тыуғандан алып аяғын хәрәкәтләндерә алмай, ашығыс дауаламағанда, мускулдарҙың ҡороуы, һулыуы көн кеүек асыҡ. Баланы үлемдән ҡотҡарыу өсөн ғаилә Испанияға күсергә мәжбүр була, сөнки Рәсәйҙә кәрәкле дарыу теркәлмәгән...
Йыл ярым буйына балаға тейешле инъекция яһайҙар , әсә уны көн дә дауалауға йөрөтә. “Уның тәне ҡамырҙай, аяҡтары мамыҡтай йомшаҡ ине, - тип хәтерләй ул көндәрҙе әсә. - Хәҙер ул тыныс ултыра, аяҡтарын хәрәкәтләндерә, яратҡан йырҙарын йырлай. Бынан ике йыл элек был хаҡта хыяллана ла алмай инек. Барыһы ла ирекмәндәрҙең һәм ситтәр ҡайғыһына битараф булмаған ябай кешеләрҙең ҡаҙанышы...”