Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Роспортребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак сығыш яһаны һәм хәүефле яңылыҡ еткерҙе. Башҡортостанға ҡурҡыныс сир – малярия килгән.
Сирләп киткән ир Африка иленән ҡайтҡан.
– Диагноз Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында раҫланған. Пациент әле дауалана, хәле тотороҡло, – тине Анна Казак.
Был сир Башҡортостанға сит илдәрҙән, башлыса Африканан килә. Ул серекәйҙән йоға һәм үлем хәүефе бар. Мәҫәлән, әле яңы ғына, март айында бер яҡташыбыҙ тропик маляриянан вафат булғайны. Уның сирҙе Занзибарҙан алып ҡайтҡаны билдәле.
2019, 2020 йылдарҙа республикала малярия осрағы теркәлмәне, ә 2018 йылда ике осраҡ булды. Ул саҡта сир Һиндостан менән Нигериянан килгәйне.