Сәләмәт булайыҡ
24 Май 2021, 06:00

Өс вакцина ла килеп етте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, коронавирусты туҡтатыуҙың берҙән-бер мөмкин булған юлы – вакцинация.

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 89 кеше тәшкил итә. Дөйөм алғанда, республикала был диагноз 37574 кешегә ҡуйылды. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Сирлеләрҙең күпселегенең хәле һәйбәт, улар амбулатор дауа ала. 141 пациент дауаханаларҙа ята, һигеҙ кешенең хәле ауыр. Тәүлек эсендә 95 кеше һауыҡҡан, дөйөм алғанда сирлеләрҙең 94 проценты шәбәйгән.
Башҡортостанда йоғошло сирҙәр менән ауырығандар өсөн 1527 урын бар, уларҙың 69 проценты биләнгән. Максим Забелин белдереүенсә, дарыуҙар, кислород, шәхси яҡланыу саралары етәрлек кимәлдә.
– Вакцинацияға килгәндә, бөгөнгә республикаға 386374 доза прививка ҡайтарылған. Тулыһынса вакцинацияны 254 мең кеше үткән, беренсе компонентын 339181 кеше яһатҡан. Ял көндәрендә 12148 кеше прививка һалдырған. Хәҙер республикала өс төрлө вакцина ла бар, – тине Максим Забелин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, коронавирусты туҡтатыуҙың берҙән-бер мөмкин булған юлы – вакцинация.
– Был – беҙҙең замандың иң мөһим бурысы. Беҙ бөгөнгө кәңәшмәлә муниципалитет башлыҡтары менән ҡала һәм райондарҙа вакцинация барышын тикшерергә тейеш инек. Тик Александр Сидякиндың кәңәшмәлә булмауы сәбәпле, һөйләшеүҙе башҡа ваҡытҡа күсерәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: 123ru.net
Читайте нас