Сәләмәт булайыҡ
25 Май 2021, 07:28

Донъяға асыҡ күҙ менән бағығыҙ!

Кешеләрҙең 19-20 проценты ғүмер дауамында күреү һәләтен юғалта. Беҙ көн дә күҙҙәрҙең көсөргәнешле эшләүен тоябыҙ, айырыуса компьютерҙа оҙаҡ ултырғанда.

Кешеләрҙең 19-20 проценты ғүмер дауамында күреү һәләтен юғалта. Беҙ көн дә күҙҙәрҙең көсөргәнешле эшләүен тоябыҙ, айырыуса компьютерҙа оҙаҡ ултырғанда.


Күҙгә көстөң самаһыҙ күп төшөүе һө­ҙөмтәһендә күреү үткерлеге кәмегәндән-кәмей. Уның тәүге билдәләре: яҡындағы әйберҙәрҙе асыҡ күрмәү, уҡығанда күҙҙең арыуы, кистәрен баш ауыртыуы. Күрә­ға­рашлыҡ йәки үтәғарашлыҡтың үҫешенә сәбәпсе йәшкә бәйле үҙгәрештәрҙән тыш, ҡайнар ҡояш нурҙары, насар экология, тә­мәке тартыу ҙа күҙҙе боҙа. Күреүҙең насар­ла­ныуына төрлө сирҙәрҙең (шәкәр диабеты, варикоз) йоғонто яһауы ла ихтимал.


Һәйбәт йәки насар күреүебеҙ туҡланыу сифатына ла бәйле. Аҙыҡ менән бергә күҙҙең сәләмәтлеген һаҡлаусы микроэлементтар, витаминдарҙы ла алырға тейеш­беҙ. Мәҫәлән, С витаминының етешмәүе өлкән йәштә насар күреүгә сәбәпсе. Күҙҙең селтәрле ҡабығының торошо өсөн – А витамины, күҙҙең нервы туҡымаһы өсөн В витамины яуаплы.
Тикшеренеүҙәр күҙҙең сәләмәтлегендә лютеиндың айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген раҫланы. Был матдә селтәрле ҡабыҡты олоғайыуға үҙгәрештәрҙән һаҡлай.
Күҙҙәге ҡан әйләнеше торошо өсөн рр1 витамины яуаплы. Ул ҡандағы зарарлы холестерин миҡдарын кәметә. Шулай уҡ цинк һәм селен элементтарының тейешле кимәлдә организмға инергә тейешлеген дә оноторға ярамай.
Рационда бөтә матдәләрҙең дә кәрәкле кимәлдә булыуын күҙәтеү анһат түгел. Уларға ҡытлыҡты бөтөрөү, файҙалы матдә­ләрҙе тулыландырыу өсөн хәҙер дарыуханаларҙа препараттар етерлек. Ниндәйен һайлау кәрәклеген күҙ табибы менән кәңәшләшеп хәл итегеҙ.
Читайте нас