2009 йылдың май айынан алып, Ҡалҡан биҙе көнө халыҡ-ара кимәлдә үткәрелә. Ҡалҡан биҙе – муйындағы симметриялы ҙур булмаған, күбәләк рәүешендәге, организмдың дөрөҫ эшмәкәрлеге өсөн яуап биреүсе орган. Аҡыл һәләте, йоҡо һәм аппетит, физик әүҙемлек, тән ауырлығы, һөйәктәр ныҡлығы, йөрәк һәм эске органдар эшмәкәрлеге, енси үҫеш, тире һәм сәстәр, репродуктив сәләмәтлек өсөн яуап бирә ул.
Ул бүлеп сығарған гормондар (тироксин һәм трийодтиронин) организмдың мөһим процестарында ҡатнаша – кешенең ҡартайыуында “ғәйепле” ирекле радикалдарҙы юҡ итә, психик һәм физик торошҡа йоғонто яһай, иммунитетты нығытыуға булыша. Ҡалҡан биҙе функцияһы боҙолғанда кешенең сәләмәтлегендә үҙгәрештәр башлана.
Уның функцияһы боҙолоуын иҫкәртеү өсөн аҙыҡ рационын үҙгәртергә кәрәк, ти табиптар. Ҡайһы бер туҡланыу матдәләренең етешмәүе гипотиреозға алып килә. Ҡалҡан биҙе тейешле кимәлдә гормондар етештерһен өсөн организмдың “төҙөлөш материалы” – витамин һәм минераль матдәләр алыуы мотлаҡ.
Гипотиреоздың тәүге билдәләре – даими арыу, хәтер һәм уйлау һәләте насарланыуы, тән температураһы түбәнәйеүе, сәс ҡойолоуы, тән ауырлығы артыуы, сәбәпһеҙгә көйәләнеү һәм башҡалар. Шуға күрә туҡланыу матдәләренә бай булған диетаға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа рационда йыш ҡына етешмәгән туғыҙ төрлө нутриент хаҡында иҫкә төшөрмәксебеҙ.
Йод - ҡалҡан биҙе гормондары өсөн иң мөһим төҙөлөш материалы. Уның иң яҡшы сығанағы - диңгеҙ ылымығы, диңгеҙ балығы һәм аҙыҡтары.
Тирозин аминокислотаһы – шулай уҡ ҡалҡан биҙе гормондары өсөн әһәмиәтле төҙөлөш материалы. Туҡланыу рационын юғары сифатлы протеиндар менән байытыу гормондар етештереү өсөн тейешле күләмдә тирозин эшләп сығарыуға булыша. Һыйыр итендә, диңгеҙ аҙыҡтарында, балыҡта, тауыҡ итендә уны табырға мөмкин.
Ҡалҡан биҙе сәләмәтлеге өсөн ғәҙәттән тыш мөһим минералдарҙың береһе – селен. Һыйыр итендә, бауырҙа, тауыҡ һәм күркә итендә, моллюск һәм шпинатта ул етерлек кимәлдә.
Ҡалҡан биҙе В төркөмө витаминдарына мохтажлыҡ кисерә. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, В12 витаминына ҡытлыҡ гипотиреоз менән сирләүселәр араһында киң таралған күренеш. Кәбеҫтә, йәшел тәмләткестәр, сөгөлдөр, ит һәм бауыр рационда булырға тейеш.
Тимер етешмәһә, аҙыҡтағы йодид йодтың файҙалы формаһына әүрелә алмай. Анемия йәки тимер ҡытлығы ҡалҡан биҙе функцияһына кире тәьҫир итеп, кешелә хәлһеҙлек, талсығыу тыуҙыра. Һыйыр һәм сусҡа ите, дингеҙ аҙыҡтары, йәшел төҫтәге йәшелсәләр сифатлы тимер сығанаҡтары булып тора.
Омега-3 май кислотаһы күҙәнәктәр тиресәһенең бөтөнлөгөн һаҡлай һәм ҡалҡан биҙенең әүҙем гормондарын алырға, күҙәнәктәргә еткерергә ярҙам итә. Май кислоталары эсәклек эшмәкәрлеге өсөн мөһим, лайлалы тиресәне һаҡлай, ялҡынһыныуҙы баҫа, иммун системаһын нығыта. Диңгеҙ балыҡтарының һимеҙ сорттары бик файҙалы.
Ретиноидтар – организм өсөн үтә мөһим, иммун системаһын һаҡлай. А витаминына, бета-каротинға бай аҙыҡтар эргәбеҙҙә генә: ҡабаҡ, кишер, кәбеҫтә, бауыр. Шулай уҡ абрикоста ла ул күп тупланған.
D витамины ла ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегендә ҙур урын алып тора. Кальциферолдар ретиноидтар кеүек үк, иммун системаһын һаҡлай, гипотиреозды иҫкәртә. Үрҙә әйтелгән аҙыҡтарҙа улар бар.
Гипотиреозды цинк микроэлементынан башҡа иҫкәртеү һәм дауалау мөмкин түгел. Ҡалҡан биҙе гормондарын етештереү процесын башлау һәм уларҙы күҙәнәктәргә илтеүҙә ул мөһим роль уйнай. Туҡланыуға һыйыр һәм тауыҡ итен, бауыр һәм шпинатты индерһәгеҙ, организм цинк микроэлементына туйыныр.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.