Баш ҡалала тиҙҙән республикабыҙҙа үтәсәк ҙур халыҡ-ара сара – Фольклориадала ҡатнашасаҡ ирекмәндәр коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһата башланы.
Донъяның төрлө илдәренән киләсәк ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусылар, оҙатыусылар араһында күпселекте студенттар тәшкил итә.
Дөйөм алғанда, форум эшенә ярҙамды 600-ҙән ашыу ирекмән күрһәтәсәк. Әлбиттә, уларҙың сәләмәтлеге хәстәрләнгән булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта уларҙың да эпидемиологик йәһәттән хәүефһеҙ булыуы зарур.
Әле ирекмәндәр уҡыуҙар үтә, сараның үҙенсәлектәре менән таныша, сит ил телдәрен өйрәнеү курстарына йөрөй.
Тәүгеләрҙән булып коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡандар араһына Лия Хисаметдинова менән Анастасия Копысева ла бар.
Улар икеһе лә – студенттар. Сит ил мәҙәниәте, телдәре менән ҡыҙыҡһыныуҙарын белдерәләр.
“Сит илгә сыҡмайынса башҡа мәҙәниәттәр менән танышыу, халыҡтарҙы танып белеү мөмкинлеген алыу – ҙур бәхет”, - ти улар Фольклориада хаҡында.
Ҡыҙҙарға уңыштар теләйбеҙ!