Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәгән саҡта махсус йыһазландырылған пляждар асыла ала. Шул уҡ ваҡытта пляжда мотлаҡ битлек кейеү талабы үтәлмәй.
Һабантуй халыҡ байрамдары Башҡортостан Башлығы указы менән раҫланған графикка ярашлы үтәсәк. Ойоштороусылар коронавирус таралыу хәүефе шарттарындағы һәм “Роспотребнадзор”ҙың башҡа талаптарын үтәп, биләмәләрҙең асыҡ киңлектәрендә, сауҙа предприятиеларында, һыу объекттарында дезинфекция сараларын үтәргә тейеш.
Һабантуй үткәреү майҙанын халыҡтың социаль дистанцияны үтәү талабын иҫәптә тотоп һайларға кәрәк. Ойоштороусылар унда ҡатнашыусыларҙың битлектәрҙә булыуын күҙәтергә, термометрия (мөмкинлеккә ҡарап) һәм дезинфекция үткәрергә, ҡулдарҙы гигиена эшкәртеү шарттарын булдырырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.