Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Аҡъяр ауылында мәғариф ойошмалары ветерандарының беренсе фестивале уҙғарылды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының бер өлөшөн тәшкил иткән “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты нигеҙендә үткәрелде.
Сараның төп маҡсаты – ветерандар араһында физик культураны һәм спортты пропагандалау, өлкән быуынды физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, һаулыҡты нығытыу. Фестиваль бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә алды. Өлкәндәр дартс, теннис тубын ырғытыу, футбол ҡапҡаһына туп индереү, ҡулсаға туп ырғытыу кеүек ярыштарҙа көс һынашты. Еңеүселәргә миҙалдар һәм грамоталар тапшырылды.