“Өләсәйем бик белемле, ҡыҙыҡһыныусан кеше ине. Уның һәр сиргә дауаһы булды, төрлө халыҡ рецепты өлгөләрен беҙгә лә әйтеп-өйрәтеп ҡалдырҙы. Ҡайһы берҙәре менән һеҙҙе лә таныштырғым килә”, – тип яҙған беҙгә Зилә Нурисламова.
“Өләсәй үләндәр йыйыр ине. Яҙ етеү менән ялан-урмандарҙы иңләп сығыр, үләндәрҙе киптерер, махсус ҡаптарға тултырыр булды.
Беҙ унан күҙ ауыртҡанда яңы ғына өҙөлгән туҡранбаш (клевер) һуты менән йыуырға кәрәклеген белдек. Бәпембәнең һабын һындырып, аҡ ҡына һутын күҙгә тамыҙғанда ла файҙаһы ҙур.
Экземанан яфаланған кешеләргә ул түбәндәге майҙы эшләргә өйрәтер ине. Әйткәндәй, мине лә 14 йәшемдә ул ошо насар ауырыуҙан аралап алып ҡалды.
Шулай итеп, дегет менән бурһыҡ майынан ҡатнашма яһарға кәрәк. Бәғзе сығанаҡтарҙа осрағанса, уларҙы шунда уҡ бутарға ярамай, ә дегетте 1,5-2 сәғәт самаһы ҡайнатып алырға, шунан ғына шул уҡ миҡдарҙа бурһыҡ майы өҫтәргә кәрәк. Айыу майы ла ярай. Ҡуйы ҡара ҡатнашма килеп сыға. Уны сирле урындарға самалап һөртөргә кәрәк.
Яҙ етһә, өләсәй мотлаҡ кесерткән ашы бешерер ине. Бының өсөн ҡайнап торған һыуға йәки һурпаға шаҡмаҡлап туралған картуф һала, кесерткәнде йыуып, бешекләп, ваҡлап турай, бер нисә минут табала үҫемлек майында еңелсә ҡыҙҙыра. Кәрәкһә, бер аҙ он ҡушырға мөмкин.
Картуф бешеп сығыр алдынан уға кесерткән, шулай уҡ табала ҡыҙҙырылған һуған менән кишер, лавр япрағы, үҙең теләгән тәмләткестәрҙе һалырға кәрәк. Кесерткән ашына бешкән йомортҡа, ҡаймаҡ, майонез өҫтәргә мөмкин. Ныҡ шыйыҡ тойолһа, ондо һалҡын һыуға бутап, һурпаһын ҡуйыртырға ла була.
Унан тыш, кесерткәнде ҡан баҫымы юғары булғанда ла файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн бер ҡалаҡ кесерткән онтағын бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтегеҙ. Термоста ике сәғәт тотоп һөҙгәндән һуң, берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ. Йүкә сәскәһе төнәтмәһе лә был осраҡта бик файҙалы.
Ғөмүмән, өләсәйҙең кәңәштәрен әле булһа тотабыҙ, халыҡ дауаһы өлгөләрен файҙаланабыҙ”, – тип яҙған уҡыусыбыҙ.