Сәләмәт булайыҡ
28 Май 2021, 05:56

Талпан – етди хәүеф сығанағы

Яланда һәм урманда һеҙҙе бәләкәй генә, әммә хәүефле дошман көтөп тороуы ихтимал. Һүҙ – талпан тураһында. Табип Зөлфиә МОРАТШИНА был проблемаға етди ҡарарға һәм хәүефһеҙлек сараларын күрергә саҡыра.

Яланда һәм урманда һеҙҙе бәләкәй генә, әммә хәүефле дошман көтөп тороуы ихтимал. Һүҙ – талпан тураһында. Табип Зөлфиә МОРАТШИНА был проблемаға етди ҡарарға һәм хәүефһеҙлек сараларын күрергә саҡыра.


1. Бәләгә тарымаҫ өсөн тәнегеҙҙе ҡаплап кейенегеҙ, талпанды ҡурҡыта торған махсус кремдар һөртөгөҙ. Үләнгә, ағас ышығына ятмағыҙ – бөжәк дымлы, күләгәле урындарҙы төйәк итә. Һуҡмаҡтар тирәһендә күп була, эргәһенән үтеп барған кешенең йәки йәнлектең еҫен һиҙә, ҡорбанына ҡаҙалырға әҙер тора. Шуға кейемде, тәнде даими тикшереү зарур.
Бөжәктең тәнгә ҡаҙалғанын күреү менән, уны һурып сыға­рырға кәрәк. Бының өсөн талпан торған урынға май йәки спирт тамыҙып, бер аҙ көтөргә, унан епте элмәк рәүешендә бәйләп, һаҡ ҡына өҫкә тартырға кәңәш ителә. Пинцет та ярап ҡалыуы бар. Тәнгә ҡаҙалған талпанды мотлаҡ лаборато­рияға тикше­реүгә алып барығыҙ. Уның һө­ҙөмтәһенә ҡарап, табиптар артабан нимә эшләргә кәрәклеген билдәләйәсәк.
2. Ауырымаҫ өсөн иң ҡу­лайлы сара – талпанға ҡаршы вакцина эшләтеү. Талпандың тешләүе әллә ни һиҙелмәһә лә, уның эҙемтәһе ҡот осҡос булыуы ихтимал. Иң ҡурҡынысы – бөжәктең кешегә энцефалит сирен йоҡтороуы бар. Был йо­ғошло ауырыу баш мейеһенең елһенеүенә килтерә.

Беренсел энцефалиттар рә­тенә эпидемик, герпетик, энтеровируслы юл менән, шулай уҡ талпан һәм серәкәй тешләүе аша йоҡҡандарын индерәләр. Икенсел энцефалиттар грипп, остеомиелит, токсоплазмоз һәм башҡа ауырыуҙарҙың киҫкен­ләшеүенән хасил була. Ҡыҫҡа­һы, энцефалит инфек­цияһының организмға төрлө юл менән элә­геүе ихтимал, уның билдәләре лә төрлөсә. Һәр вирусҡа ҡаршы айырым вакцина ҡулланыла, улар привив­каларҙың милли календары нигеҙендә йәки йәмғиәттәге эпидемик хәлгә ҡарап яһала.
Әгәр ҙә бөжәк инфекция тарата икән, вирус ул яһаған яра аша организмға үтеп инә, ҡан менән тиҙ генә тарала, арҡа һәм баш мейеһенә етә, ярһыу сығанағын барлыҡҡа килтерә. Инкубация ваҡыты – 8 – 20 көн, унан һуң киҫкен осор башлана. Баш һөйәге эсендәге ҡан баҫы­мы күтәрелә, баш бик ныҡ ауырта, ҡоҫтора, яҡтылыҡтан ҡурҡыу барлыҡҡа килә, температура күтәрелә, тән тартыша, тын алышы боҙола, фалиж һуға, кеше­нең үлеп ҡалыуы ла ихтимал.
Ҡайһы саҡта сир оҙаҡҡа һу­ҙы­ла һәм был инфекцияның хро­ник төрөнә килтерә. Артабан кешене фалиж һуға йәки парез башлана (иннервацияһы боҙо­лоу сәбәпле, ҡайһы бер мус­кулдарҙың көсө һәм хәрәкәтсәнлеге боҙолоу).
Энцефалитты икенсе юл менән дә йоҡторорға мөмкин. Мәҫә­лән, талпан йәбешкән кәзә һәм һыйыр малының һөтө аша. Яҙғы-йәйге осорҙа һөттө ҡайна­тыл­маған килеш эсмәҫкә тыры­шығыҙ. Был юл менән йоҡҡан саҡта инфекцияның инкубация осоро 4 – 7 көн самаһы тәшкил итә.
3. Талпан энцефалитына ҡаршы яһалған заман прививкалары үле вирустан әҙерләнә, әммә вирус өлөшсәһенең антиген төҙөлөшө һаҡлана. Вакцина кеше организмына эләгеү ме­нән, иммун системаһы вирус антигендарын таный, сирҙән һаҡлаған иммуноглобулин бүлеп сығара башлай. Тимәк, орга­низмға энцефалит инфекцияһы эләккән осраҡта, улар шунда уҡ вирустың эшмәкәрлеген туҡтата.
Иммуноглобулиндың инфекциянан һаҡлау сифатын кәмет­мәү өсөн бер нисә доза вакцина яһатыу зарур. Вакцинацияның тәьҫир итеү көсөн махсус анализ ярҙамында ҡандың составынан белеп була. Талпан энцефалитына ҡаршы эшләнгән вакцина, икенсе тапҡыр яһатҡандан һуң, яҡынса ике аҙнанан һуң организмды һаҡлай башлай.
Талпан энцефалитына ҡар­шы Рәсәй препараттары ла, сит ил вакциналары ла киң ҡулланыла.

4. Беренсе һәм икенсе инъекцияны көҙҙән яҙға тиклем яһатыу яҡшыраҡ. Мохтажлыҡ булғанда (мәҫәлән, талпан теш­ләгәндән һуң), вакцинация йыл­дың теләһә ҡайһы миҙге­лендә эшләнеүе ихтимал, шул иҫәптән хәүефле йәйге миҙгелдә лә.
Талпан энцефалитына ҡар­шы вакцина сирләгәндә, хроник ауырыуҙар киҫкенләшкәндә яһал­май. Һауыҡҡандан һуң бер ай үткәс эшләтергә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, иң тәүҙә та­бип менән кәңәшләшеү зарур.
Ҡайһы ваҡыт вакцина организмда дөйөм һәм урындағы реакциялар биреүе ихтимал. Урындағы тәьҫир тип прививка яһаған тирәнең ҡыҙарыуын, шешеүен, ауыртып тороуын атайҙар. Лимфатик төйөндәрҙең дә бер аҙ шешеүе ихтимал. Дөйөм реакция тәүге ике тәүлек эсендә хасил була, температура күтәрелә, баш ауырта, хәлһеҙ­лек, мускулдарҙың, быуындар­ҙың ауыртып тороуы хас. Әммә был билдәләр өс тәүлектән һуң үтергә тейеш.
Аллергия реакцияһы көсәй­мә­һен өсөн, вакцинациянан һуң ярты сәғәт үткәнсе табип күҙәтеүендә булыу мотлаҡ.

Организмда яҡшы иммун яуап булһын өсөн вакцина яһа­тыу графигын теүәл үтәү зарур. Ниндәйҙер мөһим сәбәптәр арҡа­һында ул боҙола ҡалһа, прививка пунктына мөрәжәғәт итегеҙ. Унда, ихтыяжға ҡарап, яңы график тәҡдим итерҙәр.
Читайте нас