Сәләмәт булайыҡ
31 Май 2021, 12:20

Бүздәк дауаханаһында – яңы ҡорамалдар

Әлегә тиклем районда күсмә маммограф бар ине.

Бүздәк районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, үҙәк район дауаханаһында күптән түгел һанлы рентген маммографы һәм флюографы ҡуйылды. Аппараттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын модернизациялау” төбәк проекты нигеҙендә һатып алынды. Яңы ҡорамалдар ҡуйылған кабинеттар поликлиниканың беренсе ҡатында урынлашҡан, был пациенттар өсөн бик уңайлы.
Маммографияға табип йүнәлтмәһе буйынса килһәләр, флюорография кабинетына алдан яҙылыуҙың һәм йүнәлтмәнең кәрәге юҡ. Тикшерелеү һөҙөмтәһен шунда уҡ ҡулға бирәләр, уны хатта арауыҡта консультация үткәреү өсөн һанлы ҡулайламаға яҙҙыртып алырға ла була.
“Әлегә тиклем районда күсмә маммограф бар ине. Уға ҙур көсөргәнеш менән эшләргә тура килде. Яңы стационар ҡорамал район халҡын күпләп һәм сифатлы итеп хеҙмәтләндерерү мөмкинлеген бирә”, – тине райондың баш табибы Айрат Хажиев.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/104343
Читайте нас