Сәләмәт булайыҡ
31 Май 2021, 10:00

Халыҡ өсөн мөһим

Тикшереү үткән граждандар араһында 124 кешелә – яман шеш, 68 кешелә – шәкәр диабеты, ете кешелә – туберкулез, 1878 кешелә артериаль гипертония кеүек диагноздарға шик табылған.

Башҡортостанда 16 мең самаһы кеше ағымдағы йылдың 19 апрелендә башланған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә медицина тикшереүҙәре үткән.
Был хаҡта республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров бөгөн үткән видеоселекторлы кәңәшмәлә хәбәр итте. Ул акцияның мөһимлеген һәм халыҡтың үлем күрһәткестәрендә юғары процент биләгән сирҙәрҙе иҫкәртеү йәһәтенән һөҙөмтәлелеген билдәләне.
- Бындай сараларҙы уҙғарыуҙың әһәмите асыҡтан-асыҡ күренеп тора. Кеше ни тиклем иртәрәк квалификациялы медицина ярҙамы ала, шул тиклем сирҙе тиҙерәк һәм тулыһынса дауалап була. Был эш системалы булырға тейеш. Беҙҙең граждандар, ҡайҙа йәшәүҙәренән ҡарамаҫтан, үҙ ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ, – тине Андрей Назаров.
Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин “Сәләмәтлек поездары”ның алты йүнәлеш буйынса хәрәкәт итеүен, был мобиль комплекстарға көсөргәнештең тигеҙ төшөүен һәм медицина ярҙамы барлыҡ райондарға ла тигеҙ барып етһен өсөн эшләнгәнен билдәләне. Һәр маршрутта 2020 йылда һатып алынған һанлы маммограф һәм флюорограф эшләй.
Һандарға килгәндә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, тикшереү үткән граждандар араһында 124 кешелә – яман шеш, 68 кешелә – шәкәр диабеты, 7 кешелә – туберкулез, 1878 кешелә артериаль гипертония кеүек диагноздарға шик табылған. Өфө, Ҡараиҙел, Бөрө, Мишкә, Асҡын, Бүздәк, Ауырғазы, Ғафури райондарында кешеләрҙе акцияға йәлеп итеү эше бигерәк тә әүҙем башҡарылған.
Унан тыш, акция сиктәрендә яңы коронавирус инфекцияһынан прививка ла яһатырға мөмкин. Әлеге ваҡытта 2080 кешегә вакцинаның тәүге компоненты яһалған, уларҙың 50% - 60 йәште үткән ололар.
Андрей Назаров муниципалит башлыҡтарына профилактик тикшереүҙәр, диспансерлаштырыу, вакцинациялау үткәрелгән урындарҙа уңайлы шарттар булдырырға саҡырҙы. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 8 октябрҙә тамамлана.
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас