“Русатом Хэлскеа” акционерҙар йәмғиәте (“Росатом” дәүләт корпорацияһы контурында медицина һәм сәнәғәт радиацион технологиялар өлкәһендәге берҙәм интегратор) һәм Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы Өфөлә радионуклид терапияһы үҙәге проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ер участкаһын ҡуртымға алыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Заманса үҙәк баш ҡаланың 18-се ҡала клиник дауаханаһы комплексына инәсәк. Ул Урал һәм Волга буйы федераль округтарында йәшәүселәрҙең радионуклид терапиялағы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәсәк, изотоп продукциялары ҡулланылған юғары технологиялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бирәсәк.
Яңы үҙәк йылына 2 800 самаһы радионуклид терапияһы хеҙмәтен күрһәтә аласаҡ. Тәүге пациенттарҙы 2023 йылда ҡабул итергә планлаштыралар. Учреждениела 50 яңы махсуслашҡан эш урыны булдырыласаҡ.
– Был проектты былтыр республиканың Инвестиция комитетында ҡарағайныҡ, беҙ уны өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбенә индерҙек. Мәсьәләнең көнүҙәклеген баһалап, үҙәк төҙөү өсөн урын билдәләнек. Был – һәр йәһәттән әһәмиәтле, кәрәкле проект.
Уны тормошҡа ашырыу өсөн республика ҙур инвестициялар, яңы технологиялар аласаҡ, иң мөһиме – кешеләрҙең йәшәү сифаты яҡшырасаҡ. Беҙ иң ҡатмалы, шул иҫәптән онкологик сирҙәрҙе асыҡлаусы һәм дауалаусы юғары технологиялы медицина үҙәктәре төҙөүҙе бик ыңғай ҡабул итәбеҙ, төрлө йәштәге граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу буйынса иң амбициоз маҡсаттар ҡуябыҙ, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров был хаҡта.
“Русатом Хэлскеа” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Наталья Комарова иһә Өфөлә радионуклид терапияһы үҙәге Рәсәй төбәктәрендә атом медицинаһы үҙәктәре селтәрен булдырыу һәм эксплуатациялау прогаммаһына ярашлы төҙөлә, тип белдерҙе.
Был онкология сирҙәрен дауалағанда махсуслаштырылған медицина инфраструктураһы дефицитын бөтөрөүгә булышлыҡ итәсәк, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ҡуйған маҡсаттарҙы ла тормошҡа ашырасаҡ. Үҙәктә медицина һәм техник персоналды уҡытыу базаһы ойоштороласаҡ, улар нурлы диагностика, нурлы терапия радионуклид диагностикаһы һәм терапияһы йүнәлештәре буйынса белемен камиллаштырасаҡ.