Сәләмәт булайыҡ
2 Июнь 2021, 17:00

Республикала “Диамобиль” эш башланы

Өс аҙна буйына баш ҡала белгестәре Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында шәкәр диабеты менән сирлеләрҙе ҡабул итәсәк.

Башҡортостанда Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Эндокринология милли медицина тикшеренеү үҙәгенең “Диамобиль” медицина үҙәге эш башланы. Өс аҙна буйына баш ҡала белгестәре Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында шәкәр диабеты менән сирлеләрҙе ҡабул итәсәк.
Эндокринология милли медицина тикшеренеү үҙәге директоры урынбаҫары Марина Шестакова әйтеүенсә, шәкәр диабетын һәм өҙлөгөүҙәрҙең булыуын тикшереү өсөн 350 пациентты ҡабул итеү планлаштырыла. Улар сирле пациенттар теркәлгән федераль регистрҙың төбәк бүлексәһенән осраҡлы ысул менән һайлап алынасаҡ.
“Һуңғы тапҡыр беҙҙең экспедиция Башҡортостанда 2005 йылда булды. Был юлы тәү тапҡыр төбәктәге хәлде тәрәнерәк өйрәнәбеҙ. Хәҙер хәл үҙгәрә һәм медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеге булмаған эре ҡалаларҙа, төпкөл тораҡтарҙа эштең нисек тороуын белеү беҙгә кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Төбәктәргә диабеттың нисек контролләнеүен белеү, өҙлөгөүҙәрҙе асыҡлау, дарыуҙарҙан файҙаланыу мөмкинлеген күҙәтеү өсөн сығабыҙ – эшебеҙҙең төп маҡсаты шунда. Өҫтәүенә шәкәр диабеты үҙе артынан күпме өҙлөгөүҙәрҙе эйәртә: күҙ күреүенән яҙҙыра, бөйөр эшмәкәрлеген эшлектән сығара, инфарктҡа илтә. Бөгөн генә лә Өфөлә тәү тапҡыр асыҡланған миокард инфаркты менән ике пациентты дауаханаға оҙаттыҡ”, - тип билдәләне Марина Шестакова.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса республикала алынған мәғлүмәттәрҙе Регистр статистикаһы менән сағыштырыу анализы үткәреләсәк, шулай уҡ пациенттарҙың компенсация кимәле баһаланасаҡ, өҙлөгөүҙәр һаны һәм характеры билдәләнәсәк.
“ Эштең дөйөм һөҙөмтәһе булып диабетологик ярҙамдың сифатын яҡшыртыу буйынса практик кәңәштәр торасаҡ. Әлеге көндә бындай сирлеләр республикала 116 мең”, - тип өҫтәне республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова.
Шуныһын да әйтеп үтәйек, тикшереү барышында күҙ төбө офтальмоскопияһы, диабет ретинопатияһы һәм нейропатияһын диагностикалау үткәрелә, офтальмолог, кардиолог, диабетолог кәңәштәр бирәсәк.
Бөгөн шулай уҡ Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының “Медик” мәҙәниәт йортонда “Эндрокринологияның көнүҙәк мәсьәләләре” темаһына ғилми-ғәмәли конференция үтте. Диабет сирен заманса диагностикалау мәсьәләләре, етди өҙлөгөүҙәр үҫешен иҫкәртеү юлдары тураһында фекер алышыу ойошторолдо.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас