Мәғлүм булыуынса, 19 апрелдән Башҡортостанда сираттағы “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланды, “Сәләмәтлек поездары” республикабыҙҙың төрлө райондарына юл алды.
Бер нисә ай дауамында республика һәм район табиптары урындарҙа консультациялар уҙғарасаҡ, лаборатор-диагностик тикшеренеүҙәр (ҡан анализдары, күҙҙең эске баҫымын үлсәтеү, ЭКГ, флюорография, УЗДГ, маммография) үткәрәсәк, төрлө белгестәр профессиональ кәңәштәрен бирәсәк.
Поездар составында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика комплекстары эшләйәсәк. Стоматология модуле лә бар. Теләгәндәр “тере сират” буйынса тикшерелеү үтеп, коронавирустан прививка яһата аласаҡ.
“Сәләмәтлек поездары” алты йүнәлеш буйынса хәрәкәт итә. Һаулыҡтан да ҙур байлыҡ юҡ: был мөмкинлектән ситтә ҡалмағыҙ, медицина тикшерелеүе үтегеҙ, сәләмәтлегегеҙҙе хәстәрләгеҙ!
3-4 июндә Өфө маршрутындағы “Сәләмәтлек поезы” Шмидт ауылында туҡтап тора.
- “Сәләмәтлек поезы” Өфө районында 24 майҙан 2 июнгә тиклем эшләү осоронда табип-терапевтар, тар йүнәлешле белгестәр тирә-йүндәге ауылдарҙа йәшәгән 1228 кешене тикшергән. Мобиль флюорографта - 601 кеше, маммографта 248 ҡатын-ҡыҙ тикшерелгән. Лаборатор анализдар 28 кешелә глюкозаның, 116 кешелә холестериндың норманан артыҡ булыуын асыҡлаған. Артериаль ҡан баҫымының юғарылығы 208 кешелә теркәлгән.
Барыһы ла өҫтәмә тикшерелеүҙәргә йүнәлтелгән. Унан тыш, акция барышында кешеләргә Covid-19 вирусына ҡаршы вакцинациялау үтеү тәҡдим ителде, 229 кеше прививка яһатты, - тип белдерҙе баш ҡаланың 2-се поликлиникаһы мөдире Әлиә Арғынбаева.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.