Мәғлүм булыуынса, 19 апрелдән Башҡортостанда сираттағы “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланды, “Сәләмәтлек поездары” республикабыҙҙың төрлө райондарына юл алды.
Бер нисә ай дауамында республика һәм район табиптары урындарҙа консультациялар уҙғарасаҡ, лаборатор-диагностик тикшеренеүҙәр (ҡан анализдары, күҙҙең эске баҫымын үлсәтеү, ЭКГ, флюорография, УЗДГ, маммография) үткәрәсәк, төрлө белгестәр профессиональ кәңәштәрен бирәсәк.
Поездар составында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика комплекстары эшләйәсәк. Стоматология модуле лә бар. Теләгәндәр “тере сират” буйынса тикшерелеү үтеп, коронавирустан прививка яһата аласаҡ.
“Сәләмәтлек поездары” алты йүнәлеш буйынса хәрәкәт итә. Һаулыҡтан да ҙур байлыҡ юҡ: был мөмкинлектән ситтә ҡалмағыҙ, медицина тикшерелеүе үтегеҙ, сәләмәтлегегеҙҙе хәстәрләгеҙ!
Ағымдағы датаға республикала акция барышында 22489 кеше ҡаралған, 15323 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән 10234 флюорография, 5089 маммография. 1045 граждандың ҡанында глюкозаның юғары күләме асыҡланған, 1399 кешелә холестерин күләме юғары. Юғары ҡан баҫымы – 2324, артыҡ ауырлыҡ – 1354, тәмәке тартыу 1114 кешелә асыҡланған.
Яман шеште – 131, шәкәр диабетын – 79, туберкулезды – алты, гипертонияны 494 кешелә күҙалайҙар. Берәүҙә миокард инфаркты билдәләнгән. Уларҙың барыһы ла артабан тикшереүҙәр өсөн йүнәлтмә алған.
“Сәләмәтлек поездары”ның маршруттары ҡабул итеү көндәре менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында анығыраҡ танышырға мөмкин.
Унан тыш, акция барышында кешеләргә Covid-19 вирусына ҡаршы вакцинациялау үтеү тәҡдим ителә. Әлеге ваҡытта республика буйынса ошо сарала 2948 кеше прививканың тәүге компонентын яһатҡан, уларҙың 1473-ө 60 йәштән уҙған. Вакцинацияны тулыһынса 1311 кеше үткән.
“Сәләмәтлек поездары”нда ҡабул итеү “тере сират” буйынса бара.
Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы.