Сәләмәт булайыҡ
4 Июнь 2021, 14:00

Йортҡа килеп яһайҙар

Әле аҙ мобилле граждандарҙан вакцинациялау үтеүгә ғаризалар бихисап. Уларға күсмә медицина бригадалары прививка эшләй.

Республикала физик хәле һәм сәләмәтлегенең торошо буйынса коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатырға бара алмаған граждандар бар. Ә вакцинациялау улар өсөн бигерәк тә мөһим, сөнки был – ҡәһәрле вирустан ҡотолоуҙоң төп юлы.
Әлеге ваҡытта аҙ мобилле граждандарҙан вакцинациялау үтеүгә ғаризалар бихисап. Уларға күсмә медицина бригадалары прививка яһай. Бының өсөн йәшәү урынындағы поликлиникала мөрәжәғәт ҡалдырырға кәрәк. Артабан граждан менән медицина хеҙмәткәре бәйләнешкә сығасаҡ, уңайлы ваҡытты билдәләйәсәк.
Йортта вакцинациялау үткән кешеләрҙе лә мотлаҡ табип тикшерә, прививка яһағас, утыҙ минут самаһы хәлен күҙәтеү өсөн пациент эргәһендә ҡала. Вакцинаның икенсе компонентын яһау ҙа ошо уҡ алгоритм буйынса башҡарыла. Бының өсөн башҡаса поликлиникаға мөрәжәғәт итеү кәрәк түгел.
Мәғлүм булыуынса, Өфөлә поликлиникала һәм мобиль пункттарҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау үтергә мөмкин. Улар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, “Мега”, “Планета”, "Башҡортостан" сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас