Сәләмәт булайыҡ
6 Июнь 2021, 07:30

Был дауахана корпусы башҡа булмаясаҡ

Ҡала хакимиәте сайтында ошо турала документ урынлаштырылған. Мэр планлаштырыу һәм кварталды ыҙанлау проектына ҡул ҡуйған.

Баш ҡалалағы Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының 16-сы корпусын һүтергә уйлайҙар.
Был хаҡта ҡала хакимиәте сайтында документ урынлаштырылған. Мэр планлаштырыу һәм кварталды ыҙанлау проектына ҡул ҡуйған.
Корпустан тыш, биләмәләге гараждар, шиномонтаж мастерскойы, стрит-кафе, “Сытый Батыр” хәләл-бистроһы ла алынасаҡ. Урынына сменаһына 1,5 мең кешене ҡабул итерлек алты ҡатлы поликлиника, 208 машина һыймалы механизацияланған паркинг һалыу планлаштырыла. Революция һәм Минһажев урамдары буйлап йәмәғәт транспорты өсөн туҡталҡалар булдырыласаҡ.
Фото: glavufa.ru
Читайте нас