Һау-сәләмәт тештәр тураһында кемдәр генә хыялланмай икән! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт бөтәһенә лә матур аҡ тештәр бирмәгән. Шулай уҡ хәҙерге заманда көндәлек тормошта ла уларҙы һарғайтырлыҡ сәбәптәр етерлек. Ниндәй сәбәптәр улар?
Теш төҫөн эмаль билдәләмәй икән, ул үҙе үтә күренмәле, ти белгестәр. Уны һарғылтыраҡ төҫтәге дентин - тештәге төп матдә - шулай итә. Шуның өсөн тәғәйен теш пасталары ысынында ағарта алмай, ә төҫтө бер аҙ аса ғына төшә, ҡайһы бер осраҡтарҙа тештең тәүге төҫөн ҡайтара ала.
Тештең төҫө нилектән үҙгәрә? Иң тәүге сәбәп - генетика, йәғни ата-әсәнән күсә. Бер төҫлө тешле кешеләрҙе табыуы ауыр, хатта кешенең үҙ тештәре араһында ла төҫтәре төрлөсә булыуы мөмкин. Тештәрҙең төҫө эске ағзаларҙың төрлө сирҙәренә бәйле лә үҙгәреүе мөмкин.
Кеше олоғайған һайын тештәрҙең төҫө лә үҙгәрә бара, бының менән көрәшеүе ауыр, сөнки эмаль юйыла, дентин асыҡ тороп ҡала, ә ул, әйтеүебеҙсә, һарғылт төҫтә.
Нимә ашауыбыҙға ҡарап та, тештең төҫө төрлөсә булып китеүе бар. Бөтә аҙыҡ-түлектә тиерлек теште буярлыҡ аяуһыҙ пигменттар бар. Мәҫәлән, ҡәһүә, ҡара сәй (йәшелендә һарыға буяй торғаны бар), татлы газлы һыуҙар, ҡыҙыл шарап, төҫлө аҙыҡ-түлек...
Татлы ризыҡтарҙың теште боҙғанын белмәгән кеше юҡтыр. Бигерәк тә тешкә йәбешә торған тәмлекәстәр (кәнфит, нуга, ҡамыр аҙыҡтар, печенье, ирис, мармелад һ.б.) зарарлы. Ундай аҙыҡ ашағандан һуң механик рәүештә тештәрҙе таҙартып ҡуйыу мотлаҡ. Бындай аҙыҡтар кариес барлыҡҡа килеүгә сәбәп кенә түгел, ә тештең төҫөнә лә тәьҫир итә.
Ҡайһы бер дарыу препараттары ла (антибиотиктар, химия терапия препараттары, гормональ саралар) тештең төҫө үҙгәреүенә, йәмһеҙ ҡатлам булып ултырыуына сәбәп була ала.
Теште дөрөҫ һәм етерлек таҙартмау ҙа уның һарғайыуына килтереүе мөмкин. Ҡатлам йыйыла килеп, тешкә һеңешеп, уның төҫөн үҙгәртә. Ҡуныҡ күп йыйылһа, минералға әйләнеп теште уратып ала, уны үҙаллы таҙартып булмай, стоматолог ярҙамында ғына ҡотолоп була.
Яман ғәҙәттәр ҙә тештәрҙең һарғайыуына, хатта ҡарайыуына килтерә. Тәмәке тартыу күптәрҙе аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайыуҙан мәхрүм итә, һаулыҡҡа ҙур зыян килтерә. Тәмәке төтөнөндә 400-ҙән ашыу зарарлы матдә һәм күп күләмдә ыҫмала бар, шулар тәмәкесенең тешенә ултыра ла инде.
Нисек тештәрҙе аҡ көйө, йәки тыумыштан бирелгән төҫтө һаҡларға? Һығымта - күптән билдәле хәҡиҡәт: иң беренсе тештәрҙе дөрөҫ итеп таҙартырға өйрәнергә, үҙегеҙгә килешкән халыҡ саралары менән ағартырға ла мөмкин, ярты йыл һайын теш табибына күренеп торорға, тәмәке тартыуҙан бөтөнләй баш тартырға, буялған аҙыҡ-түлекте һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәрәк.