Сәләмәт булайыҡ
10 Июнь 2021, 15:15

Ирекмәндәр вакцина эшләтә

Фольклориаданы ойоштороуҙа 800 ирекмән ярҙам итәсәк. Уларҙың бөтәһе лә коронавирус инфекцияһынан вакцина яһата.

Башҡортостанда июлдә уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороуҙа 800 ирекмән ярҙам итәсәк. Уларҙың бөтәһе лә коронавирус инфекцияһынан вакцина эшләтә.
Өфөлә ҡунаҡтарҙы 450 ирекмән ҡаршы аласаҡ, ә ҡалғандар делегацияны бөтә республика буйлап фестиваль округтарында оҙатып йөрөйәсәк. Күбеһе вакцинаның беренсе компонентын яһатҡан, әле икенсеһен эшләү бара. Прививканы мобиль пункттарҙа ла яһайҙар, мәҫәлән, Опера һәм балет театрында.
Рәмзис Зәйҙуллин, Бөтә донъя фольклориадаһы ирекмәндәренең тим-лидеры:
– Беҙ сараны асыу, ябыу һәм Ватан паркында төп сәхнә өсөн яуап бирәбеҙ. Йәғни режиссер ҡулы аҫтында эшләйбеҙ. Сит ил делегацияларына ярҙам итәсәкбеҙ. Уларҙың мәҙәниәте менән танышҡы, аралашҡы, ҡарағы килә.
Юлия Почуева, Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү үҙәге директоры урынбаҫары:
– Бөтә ирекмәндәр ҙә вакцина эшләтәсәк йәки уларҙың ҡулында антиесемдәр барлығы тураһында белешмә булырға тейеш. Артабанғы вариант – ПЦР алымы менән тест тапшырасаҡтар. Был алымдарҙы әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең ирекмәндәр прививка календарына ярашлы ла вакцина эшләтә, йәғни ҡыҙылса кеүек ауырыуҙарҙан да.
Фото: blitznews.ru
Читайте нас