Өфөнөң Дим районында капиталь ремонттан һуң йорт хайуандары өсөн яңы ветеринария клиникаһы асылды. Тышҡы яҡтан ғына түгел, бинаның эсе лә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, кабинеттар яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Дим ветеринарҙарының яңы операция өҫтәле, ультратауыш кабинеты барлыҡҡа килгән.
- Был эште һуңғы йылдарҙа баш ҡалала ғына түгел, башҡа райондарҙа ла алып барабыҙ, сөнки ветеринария клиникаларына ихтыяж ҙур, - ти республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин.
Ошо клиникала 11 йыл эшләгән Альбина Чувилина әйтеүенсә, хәҙерге эш шарттарын элеккеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел, айырма ер менән күк араһындағы кеүек.
“Хәҙер беҙҙең ике ҡабул итеү бүлмәбеҙ бар, ресепшн барлыҡҡа килде. Тар белгестәребеҙ бар, белемебеҙҙе арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, мастер-кластар үткәрәбеҙ,” - ти табип.