Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Июнь 2021, 21:00

Имән ҡайырыһын файҙалана беләһегеҙме?

Ниндәй ауырыуҙарға ҡаршы уны ҡайнатып, төнәтеп эсеү кәңәш ителә? Ә ҡайһы осраҡтарҙа ҡәтғи тыйыла? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Мөһабәт, ел-дауылға бирешмәҫ имәнде донъяла ҡеүәте генә түгел, фитотерапиялағы үҙенсәлектәре өсөн дә юғары баһалайҙар. Имәндең иң ҡиммәтле өлөшө – уның ҡайырыһы.
Шуныһы ла мәғлүм, имән ҡайырыһы рәсми рәүештә дарыу үләндәре белешмәһенә индерелгән, медицинала антисептик һәм бәйләүсе, ҡатырыусы сара булараҡ та ҡулланыла. Унан тыш, имән ҡайырыһын ҡайнатып алып, диарея, гинекология, ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалауҙа әүҙем файҙаланалар, сөнки унда бик ҡиммәтле биологик әүҙем берләшмәләр бар. Мәҫәлән, патогенлы микрофлора эшмәкәрлеген юҡҡа сығарыусы дуплау матдәләре, микробтарға ҡаршы тороусы катехиндар, аҙыҡ эшкәртеү органдары эшмәкәрлеген яйға һалыусы пектиндар шулар рәтендә. Ҡайырыла аҡһым, крахмал, флаваноидтар күп булғанлыҡтан, уны күҙәнәктәрҙе һәм туҡымаларҙы тергеҙеүҙә, йәрәхәттәрҙе уңалтыуҙа уңышлы файҙаланалар.
Имән ҡайырыһының файҙаһы ҙур булыуға ҡарамаҫтан, башҡа дарыуҙар менән бергә ҡулланғанда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Бауыры сирлеләргә, бөйөрҙәре етди патологияларға дусар һәм аллергиянан, эс ҡатыуҙан йонсоған кешеләргә имән ҡабығын ҡайнатып, төнәтеп эсеү тыйыла. Ғөмүмән, уларҙы ике аҙнанан да оҙағыраҡ эсеү йәки дозаһын арттырыу ярамай, файҙаһынан зыяны күберәк булыуы ихтимал. Имән ҡабығын фитотерапияла нигеҙҙә ауыҙҙы һәм тамаҡты сайҡатыу, компрестар яһау өсөн файҙаланалар.
Уны шулай уҡ теште дауалау, ҡаҙналарын нығытыу, ҡан китеүен туҡтатыу, патогенлы бактерияларға ҡаршы көрәшеү, диареяны туҡтатыу, аяҡтар тирләүен кәметеү өсөн дә уңышлы ҡулланалар.
Рәсми медицина имән ҡабығын дауалауҙа ярҙамсы һәм иҫкәртеү сараһы булараҡ ҡарай, һәр осраҡта ла табип кәңәшенә таянырға кәрәк.
Фото: medaboutme.ru
Читайте нас в