Республикала почетлы донорҙар рәте тағы ла 60 кешегә тулыланды. Оҙаҡ йылдар буйы кеше ғүмерҙәрен һаҡлауға ҙур өлөш индергән бер төркөм донорҙар маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Рифҡәт Бикбулатов был йәһәттән рекорд ҡуйған – ул 1976 йылдан алып 500 литр ҡан биргән. 62 йәшлек ир әле һаман донорлыҡ эшен дауам итә. Уның әйтеүенсә, кешеләргә ярҙам итеү ғәҙәти күңел талабына әүерелгән.
- Австралия доноры Джеймс Харрисон 82 йәшкә тиклем ҡан биреп, кешеләргә ярҙам иткән. Беҙҙә йәш буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрҙөләр, тимәк, тағы 20 йыл буйы донорлыҡты дауам итеп буласаҡ, - ти Рифҡәт Бикбулатов.
Почетлы донор булыу өсөн кәм тигәндә ҡырҡ тапҡыр ҡан тапшырырға кәрәк. Был осраҡта кеше йылына 15 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе сертификат ала. Тик сәләмәт кешенең генә донор булыуы мөмкин. Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов әйтеүенсә, бөгөн беҙҙә 11 меңдән ашыу почетлы донор иҫәпләнә. Республика Рәсәйҙең ҡан ҡойоу хеҙмәте медицина ойошмалары араһында иң яҡшы тәүге өсәү араһында.